23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнде. Шул уңайҙан районыбыҙ клубтарында төрлө саралар уҙғарылды. Район халҡы өсөн концерттар, уйын-конкурс програмалары, ял итеү кисәләре, спорт ярыштары ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар ыңғай тәьҫораттар, дәрт алды.