Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Февраль 2020, 00:20

ХӘМИТ ЯРУЛЛИНДЫҢ ТЫУЫУЫНА – 85 ЙЫЛ

Бөгөн РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллиндың юбилейына күргәҙмә асылды һәм фильм күрһәтелде.

Бөгөн РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллиндың юбилейына күргәҙмә асылды һәм фильм күрһәтелде.
Актерҙың тормошо һәм ижад юлы тураһында күргәҙмә Салауат Юлаев музейына ҡуйылған. Уны асыу тантанаһында шәхестең Ахун ауылынан туғандары, ауылдаштары, район ағинәйҙәре ҡатнашты. Хәмит ағай тураһында яҡты хәтирәләре менән уның һеңлеһе Ләлә Хөрмәт ҡыҙы, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева, кинорежиссер Радик Килмәмәтов уртаҡлашты. Күргәҙмәлә яҡташыбыҙҙың шәхси әйберҙәре: телефон аппараты, телевизор, радиола, баян, театр афишалары, гәзит биттәре, фотоһүрәттәр, маҡтаулы исемдәр алыуын раҫлаған документтары һ.б. бар. Музей директоры Зилә Садиҡова һөйләүенсә, ошо экспонаттар Ахун мәктәбенән бында тапшырылған һәм артабан улар шунда һаҡланасаҡ. Хәмит Яруллинға арналған күргәҙмә бер ай буйына эшләйәсәк.
Артабан сарала ҡатнашыусылар һәм мәктәп уҡыусылары район мәҙәниәт йортонда "Башҡортостан" киностудияһы режиссеры Радик Килмәмәтовтың төп ролдә Хәмит Яруллин уйнаған "Япраҡ" ҡыҫҡа метражлы фильмын һәм актерҙың тормошо, ижади эшмәкәрлеге тураһында "Ҡаратау шоңҡары" фильмын ҡараны.
Хәмиҙулла Ғатаулла улы ЯРУЛЛИН 1935 йылдың 25 февралендә Ахун ауылында тыуған. Мәскәүҙәге ГИТИС-ты тамамлап, башҡорт театры һәм кино сәнғәтендә ҡабатланмаҫ образдары менән яҡты эҙ ҡалдырған. "РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы", "Башҡорт АССР-ның халыҡ һәм атҡаҙанған артисы" маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған. "Салауат районының Почетлы гражданы" исеме бирелгән. Билдәле актер 2015 йылдың июнендә вафат булды.
Читайте нас: