Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2020, 16:18

“Һөйәһеңме – һөймәйһеңме”

Лағыр һәм Мөрсәлим ауылдарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме” спектакле менән сығыш яһаны.

Лағыр һәм Мөрсәлим ауылдарында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары “Һөйәһеңме – һөймәйһеңме” спектакле менән сығыш яһаны.
Төп ролде Олег Ханов уйнаны. Гастролдәр Башҡортостандың халыҡ артисы Закирьян Хановтың тыуыуына 100 йылға арналған.
Закирьян Хан улы Ханов 1920 йылдың 7 февралендә Лағыр ауылында тыуа. Үткән быуаттың иң билдәле, сағыу артистарының береһе була. Театр сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ булған.
Читайте нас: