Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2020, 11:00

“СӘСКӘ АТ, САЛАУАТ ЕРЕ!”

Салауат районының 85 йыллыҡ юбилейына арнап, ауыл биләмәләре араһында "Сәскә ат, Салауат ере!" тип аталған фестиваль-конкурс иғлан ителгән. Ул Арҡауыл ауыл биләмәһенән старт алды. Эстафетаны был аҙнала Әлкә ауыл биләмәһе ҡабул итте.

Салауат районының 85 йыллыҡ юбилейына арнап, ауыл биләмәләре араһында "Сәскә ат, Салауат ере!" тип аталған фестиваль-конкурс иғлан ителгән.
Ул Арҡауыл ауыл биләмәһенән старт алды.
“Бай эстәлекле, матур тамаша булды. Тарих биттәрен барлап, бөгөнгөнө данлап, үткәндәрҙән фәһем алып, шәхестәрҙе иҫкә алып, йыр-моң, уйын-көлкө менән биҙәп әҙерләнгән сценарий иҫ киткес йәнле күренеш булды. Афарин, арҡауылдар! Шәхсән Луиза Хәбир ҡыҙына рәхмәт – булдырҙығыҙ!”, – тип баһаланы жюри ағзаһы, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева.
Фестиваль-конкурс дауам итә. Эстафетаны был аҙнала Әлкә ауыл биләмәһе ҡабул итте. Район мәҙәниәт бүлеге методисы Светлана Вәлиева хәбәр итеүенсә, әлкәләр “Сәскә ат, гүзәл Салауат ере!” тигән йөкмәткеле концерт күрһәтте. Тамашала 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Кеше яҙмыштары һәм тарихи факттар нигеҙендәге сюжетта Әлкә ауыл биләмәһенең үҫеше һүрәтләнде.
“Сәскә ат, Салауат ере!” фестиваль-конкурсы, республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы сараларына ярашлы, һәр бер ауыл биләмәһендә үтәсәк. Салауат районының 85 йыллыҡ юбилей тантанаһы 24 апрелдә уҙғарыласаҡ.
Фотолар: "Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы" төркөмөнән.