Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Февраль 2020, 14:47

"РАЙОН МИСЫ" ҺӘМ “ЙҮРҮҘӘН ҺЫЛЫУЫ” КЕМ БУЛЫР?

18 мартта район мәҙәниәт йортонда "РАЙОН МИСЫ - 2020" конкурсы уҙғарыла.Унда 16-25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Ғәҙәттәгесә, сара ике этапта уҙғарыла. Әлегә конкурстың һайлап алыу туры бара. Иң популяр район конкурсының финалына үтер өсөн ҡатнашыусыларға үҙҙәрен өс этапта күрһәтеү шарт: «визитка» (ҡыҙҙар үҙҙәре һәм ғаиләләре тураһында видео яҙма әҙерләп килтерә), «ижади бәйге» (бейеү, йыр, актерлыҡ этюды), кейем күрһәтеү (дефиле). Шулай уҡ портфолио алып килеү мотлаҡ – А4 форматындағы дүрт профессиональ фотоһүрәт (портрет, буй-һын, милли кейемдә). Йола буйынса "Йүрүҙән" гәзите редакцияһы быйыл да үҙ һылыуҡайын билдәләйәсәк. "Район мисы" бәйгеһендә көс һынашҡан ҡыҙҙар "Йүрүҙән һылыуы" конкурсында ла ҡатнаша. Еңеүсене "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ултырыусылар, йәғни һеҙ билдәләйәсәкһегеҙ. Тауыш биреү 5-10 мартта үтәсәк.

18 мартта район мәҙәниәт йортонда "РАЙОН МИСЫ - 2020" конкурсы уҙғарыла.
Унда 16-25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Ғәҙәттәгесә, сара ике этапта уҙғарыла. Әлегә конкурстың һайлап алыу туры бара. Иң популяр район конкурсының финалына үтер өсөн ҡатнашыусыларға үҙҙәрен өс этапта күрһәтеү шарт: «визитка» (ҡыҙҙар үҙҙәре һәм ғаиләләре тураһында видео яҙма әҙерләп килтерә), «ижади бәйге» (бейеү, йыр, актерлыҡ этюды), кейем күрһәтеү (дефиле). Шулай уҡ портфолио алып килеү мотлаҡ – А4 форматындағы дүрт профессиональ фотоһүрәт (портрет, буй-һын, милли кейемдә).
Йола буйынса "Йүрүҙән" гәзите редакцияһы быйыл да үҙ һылыуҡайын билдәләйәсәк. "Район мисы" бәйгеһендә көс һынашҡан ҡыҙҙар "Йүрүҙән һылыуы" конкурсында ла ҡатнаша. Еңеүсене "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ултырыусылар, йәғни һеҙ билдәләйәсәкһегеҙ. Тауыш биреү 5-10 мартта үтәсәк.