Сара барышында 20-нән ашыу оҫталар һауыт-һаба эшләргә, бетеү яһарға, кедр тубырсығын ултыртырға, кейеҙ баҫырға, милли биҙәүестәр яһарға, баурһаҡ бешерергә, ойоҡбаш бәйләргә өйрәтте. Теләгәндәр өсөн шулай уҡ Мәсетле киҫелешенә экскурсия ойошторолдо. Наил һәм Әлфиә Ғәлиевтар ойошторған һауа шарында осош онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.