Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Февраль 2020, 14:14

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе»

4 мартта «Торатау» конгресс-холында IV «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсының финалы үтәсәк. Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Был конкурста беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле режиссер, тыумышы менән Юлай ауылынан булған Франгиза Илбәкова ла ҡатнаша.Проект авторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, быйыл конкурсҡа 500 ғариза килгән. Еңеүселәр конкурстың төп наградаһы – Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы һәм бағыусыларҙан приздар менән бүләкләнә. Быйыл конкурс республика Башлығы грантына ойошторола.

4 мартта «Торатау» конгресс-холында IV «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсының финалы үтәсәк.
Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
Был конкурста беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле режиссер, тыумышы менән Юлай ауылынан булған Франгиза Илбәкова ла ҡатнаша.
Проект авторы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, быйыл конкурсҡа 500 ғариза килгән.
Еңеүселәр конкурстың төп наградаһы – Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы һәм бағыусыларҙан приздар менән бүләкләнә. Быйыл конкурс республика Башлығы грантына ойошторола.
Читайте нас: