Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2020, 11:35

Китап уҡыусылар артасаҡ

Моделле китапханалар булдырыу өсөн конкурсҡа ғаризалар йыйыла.

Моделле китапханалар булдырыу өсөн конкурсҡа ғаризалар йыйыла.
Конкурстан һайлап алынған китапханалар киләһе йылда моделлегә әйләнәсәк. Ғаризалар 23 марттан 9 апрелгәсә ҡабул ителә.
Моделле китапханалар "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса барлыҡҡа килә. Төп маҡсат - хеҙмәт күрһәтеү кимәлен яҡшыртыу, китапханалар фондын арттырыу, интернетлаштырыу, заманса китапхана мөхите булдырыу.
Быйыл үрҙә телгә алған конкурстың 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙә өс моделле китапхана буласаҡ - Дүртөйлө, Благовар, Туймазы райондарында. Улар өсөн республика федераль бюджеттан 20 миллион һум аҡса ала.
"Башинформ"