Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар 2020, 13:27

АТАЙЫМ БЫЛ АҘЫМЫМДЫ ХУПЛАМАНЫ

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Рәдиф Зарипов ҙур сәнғәткә алып сыҡҡан остаздарына, уҡытыусыларына рәхмәтле. «Мәктәпте тамамлағас, һөнәри белем алыу теләге менән Өфөгә сығып киттек, - тип хәтергә ала ул. - Ни өсөндөр атай был аҙымды хупламаны. Документтарҙы тапшырғанда минең менән әсәйем йөрөнө. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта ҡайҙа уҡырға ингәнемде, унан һуң кем буласағымды, ҡайҙа эшләй аласағымды бик аңлап та бөтөрмәгәндер, күрәһең. Шулай итеп, Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып киттем.Остаздарым тип Флүрә Ноғоманова менән Йәмил Әбделмәновты атар инем. Имтихан тапшырған ваҡытта Флүрә Ноғоманова нисек һулыш алырға кәрәклеген аңлатып, шуның менән уҡырға алдылар. Тап Флүрә апай һәләтемде күрҙе, йырсы булараҡ асылырға ярҙам итте”.

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Рәдиф Зарипов ҙур сәнғәткә алып сыҡҡан остаздарына, уҡытыусыларына рәхмәтле.
«Мәктәпте тамамлағас, һөнәри белем алыу теләге менән Өфөгә сығып киттек, - тип хәтергә ала ул. - Ни өсөндөр атай был аҙымды хупламаны. Документтарҙы тапшырғанда минең менән әсәйем йөрөнө. Дөрөҫөн әйткәндә, ул ваҡытта ҡайҙа уҡырға ингәнемде, унан һуң кем буласағымды, ҡайҙа эшләй аласағымды бик аңлап та бөтөрмәгәндер, күрәһең. Шулай итеп, Өфө сәнғәт училищеһы студенты булып киттем.Остаздарым тип Флүрә Ноғоманова менән Йәмил Әбделмәновты атар инем. Имтихан тапшырған ваҡытта Флүрә Ноғоманова нисек һулыш алырға кәрәклеген аңлатып, шуның менән уҡырға алдылар. Тап Флүрә апай һәләтемде күрҙе, йырсы булараҡ асылырға ярҙам итте”.
Читайте нас: