Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ғинуар 2020, 14:37

Яҙыусының хәтер кисәһе уҙғарыла

25 ғинуарҙа 15.00 сәғәттә Татар Малаяҙы ауылы клубында татар яҙыусыһы, шағир, драматург, прозаик, ғалим-фольклорсы һәм филолог, яҡташыбыҙ Нәҡи Иҫәнбәттең тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙғарыла.Билдәле яҙыусы Татар Малаяҙы ауылында тыуған.Уның шиғырҙары халыҡ яратҡан йырҙарҙың («Ураҡсы ҡыҙ», «Бормалы һыу», «Гармун», «Һин сазыңды уйнаның») һүҙҙәренә әүерелде. Уның пьесалары ныҡлап татар театрҙары репертуарына («Хужа Насретдин», «Зифа», «Портфель», «Муса Йәлил», «Хижрәт» һ. б.) инде. Балалар өсөн әҫәрҙәр (шул иҫәптән фольклор), шулай уҡ бик популяр («Мыраубай батыр»).Нәҡи Иҫәнбәт йыйған «Татар халыҡ мәҡәлдәре» (төрки телендәге иң ҙур һәм үҙенсәлекле йыйынтыҡ), «Татар халыҡ йомаҡтары» һәм «балалар фольклоры» китаптары татар мәҙәниәтенә уның баһалап бөткөһөҙ өлөшө булды.Нәҡи Иҫәнбәт татар халҡының «Идегәй» героик эпосынн (дастан), тәүге тапҡыр 1940 йылдабаҫтырып, уның ижади реставрациялау принцибы буйынса төҙөлгән йыйылма тексын мәҙәни әйләнешкә индерә. Ул оҫта тәржемәсе булып танылған, А. С. Пушкин, Мольер, Низами, Шекспир әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә иткән.

25 ғинуарҙа 15.00 сәғәттә Татар Малаяҙы ауылы клубында татар яҙыусыһы, шағир, драматург, прозаик, ғалим-фольклорсы һәм филолог, яҡташыбыҙ Нәҡи Иҫәнбәттең тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙғарыла.
Уның шиғырҙары халыҡ яратҡан йырҙарҙың («Ураҡсы ҡыҙ», «Бормалы һыу», «Гармун», «Һин сазыңды уйнаның») һүҙҙәренә әүерелде. Уның пьесалары ныҡлап татар театрҙары репертуарына («Хужа Насретдин», «Зифа», «Портфель», «Муса Йәлил», «Хижрәт» һ. б.) инде. Балалар өсөн әҫәрҙәр (шул иҫәптән фольклор), шулай уҡ бик популяр («Мыраубай батыр»).
Нәҡи Иҫәнбәт йыйған «Татар халыҡ мәҡәлдәре» (төрки телендәге иң ҙур һәм үҙенсәлекле йыйынтыҡ), «Татар халыҡ йомаҡтары» һәм «балалар фольклоры» китаптары татар мәҙәниәтенә уның баһалап бөткөһөҙ өлөшө булды.
Нәҡи Иҫәнбәт татар халҡының «Идегәй» героик эпосынн (дастан), тәүге тапҡыр 1940 йылдабаҫтырып, уның ижади реставрациялау принцибы буйынса төҙөлгән йыйылма тексын мәҙәни әйләнешкә индерә. Ул оҫта тәржемәсе булып танылған, А. С. Пушкин, Мольер, Низами, Шекспир әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә иткән.
Читайте нас: