Район мәҙәниәт йортонда байрам саралары дауам итә. 4 ғинуарҙа мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “40-тан өлкәнерәктәр өсөн” ял итеү кисәһен уҙғарҙы. Сара ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар һәм шаяртыуҙар менән үрелеп барҙы. Кисәгә килеүселәр рәхәтләнеп бейене, саранан ҡәнәғәт ҡалды.
Әйткәндәй, район мәҙәниәт йортонда көн һайын йөкмәткеле, матур саралар ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн “Дуҫтар осрашыуы” кисәһе була. Байрам саралары менән танышып, уны үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйырға онотмағыҙ.