Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Декабрь 2019, 09:51

ӘЛКӘЛӘ -“БАТЫРҘАР КӨНӨ”

11 декабрҙә 1-се Чечен һуғышы башланыуға 25 йыл тулды. Шул йәһәттән Әлкә ауылы клубында “Батырҙар көнө” уҙғарылды. Сарала ауыл халҡы һәм район советы депутаты Алик Хәсәнов, яугир-интернационалист ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин ҡатнашты. Доклад менән педагогик хеҙмәт ветерандары Фәрүәз Ғәлиуллин һәм Лена Ямалетдинова сығыш яһаны. Руслан Низамов һәм Әлкә ауылы биләмәһе башлығы Марс Баһаутдинов барыһына ла иң изге теләктәрен еткерҙе. Сараға килеүселәр клубта ойошторолған яугир-интернационалистарҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған музей менән танышты. Музейҙы яугир-интернационалист Владик Шәмсетдинов булдырған. Сара бик матур һәм йөкмәткеле концерт менән тамамланды.

Читайте нас: