Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2019, 20:15

Штандартты өфөләр ҡабул итте

Бөгөн Салауат районы Башҡортостан Республикаһы үҙешмәкәр театрҙары фестиваль-марафонының штандартын Өфө ҡалаһының Совет районына тапшырҙы. Тантананан һуң баш ҡаланың балалар филармонияһының “Тылсымлы рампа” халыҡ театры артистары “Мөғжизәләр оҫтаһы” әкиәт-мюзиклын (авторы һәм режиссеры – Лилиә Кәбирова) тәҡдим итте.

Бөгөн Салауат районы Башҡортостан Республикаһы үҙешмәкәр театрҙары фестиваль-марафонының штандартын Өфө ҡалаһының Совет районына тапшырҙы.
Штандартты Салауат районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәновтан Өфө ҡалаһы округының Совет районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Нәзир Байегетов ҡабул итте.
Тантананан һуң баш ҡаланың балалар филармонияһының “Тылсымлы рампа” халыҡ театры артистары “Мөғжизәләр оҫтаһы” әкиәт-мюзиклын (авторы һәм режиссеры – Лилиә Кәбирова) тәҡдим итте. Яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамына арналған театрлаштырылған музыкаль тамашанан балалар, күҙҙәрен дә алмай, ҡараны. Район мәҙәниәт йортоноң тамашасылар залы әсәләре менән килгән кескәйҙәр менән тулы булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Салауат районы фестивалдең штандартын дыуандарҙан ҡабул иткәйне. Башҡортостан Республикаһы үҙешмәкәр театрҙарының фестиваль-марафоны йыл буйына дауам итә һәм ул Рәсәйҙә Театр йылына бағышланған. Артабан был штандарт Өфө районына тапшырыласаҡ.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Автор фотоһы.