"Театр һәм балалар " район конкурсында Мәсетле ауылы клубы ла ҡатнашты. Балалар Гөлфиә Камалова етәкселегендә "Бейәләй " әкиәтен ҡуйҙы. Тамаша ауыл халҡына һәм ҡунаҡтарға бик ныҡ оҡшаны. Бәләкәстәр Илзидә Вәлшина, Камила Ярмухаметова, Наҙгөл Сиражева, Арсен Нажмиев, Рузәл Нуриев, Вилдан Әхмәтйәнов, Радмир Ғәлимов, Зөбәржәт, Камилла, Алтынай Мөфтәхетдиновтар үҙ ролдәрен тырышып, бик оҫта итеп уйнанылар.