Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Декабрь 2019, 00:35

“Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек”

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Әсә көнөнә арналған байрам тантанаһында шулай, тип мөрәжәғәт итте.Сара йома район мәҙәниәт йортонда үтте. Байрамда өлгөлө әсәләрҙе, хеҙмәт алдынғыһы һәм йәмәғәт эшендә әүҙем булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләнеләр.

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Әсә көнөнә арналған байрам тантанаһында шулай, тип мөрәжәғәт итте.
Сара йома район мәҙәниәт йортонда үтте. Байрамда өлгөлө әсәләрҙе, хеҙмәт алдынғыһы һәм йәмәғәт эшендә әүҙем булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләнеләр.
Хакимиәт башлығы Марс Кашапов иң тәүҙә педагогик хеҙмәт ветерандары Зира Яруллина менән Миләүшә Фәйзуллинаға Почет грамотаһы тапшырҙы. Таймыйҙан Зира Ғайса ҡыҙы 80 йәшен тултырһа, Малаяҙҙан Миләүшә Сафа ҡыҙы яңыраҡ 90 йәшен билдәләне.
Район Хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына шулай уҡ лайыҡ булдылар: Руфина Димова (Арҡауыл), Зөбәрйәт Шәмсетдинова (Әлкә), Лариса Шакирова (Яхъя), Земфира Рыжова (Лағыр), Нәфисә Вахитова (Татар Малаяҙы), Альбина Ниғәмәтова, Хәлиҙә Бәҙретдинова (икеһе лә – Мәсетленән), Илзира Вәлиева (Нәсибаш), Гөлсинә Ишмөхәмәтова (Таймый), Рәүфә Хажиморатова (Тирмән), Азалия Хәйретдинова (Торналы), Ләйсән Нурмөхәмәтова (Малаяҙ).
Район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов Нәсибаш ауыл советы депутаты Гөлнара Хәкимова, почта хеҙмәте ветераны Зәфирә Сәмиғуллина, Салауат һәм Малаяҙ ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, күп балалы әсәләр Лариса Шәрипова һәм Эльвира Мөфлиханова, Арҡауыл ЛПУ-һы хеҙмәткәре Зира Хужинаны Почет грамоталары менән бүләкләне.
Салауат районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алия Ишбулдина ауыл биләмәләренең әүҙем гүзәл заттарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар: Регина Таһирова (Арҡауыл), Мәрзиә Чубалова (Ишембай), Тәғзимә Ғайнанова (Лағыр), Ирина Бычкова (Малаяҙ), Айгөл Ҡорбанғәлиева (Миәшәгәр), Надежда Хозова (Мөрсәлим), Айгөл Вәлиәхмәтова (Нәсибаш), Сөмбөл Борханова (Таймый), Зәлифә Әлибаева (Тирмән), Фауза Әхмәҙиева (Торналы), Лиана Ғәлиуллина (Янғантау).
Әсәйҙәрҙе Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова ла ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре театрлаштырылған музыкаль тамаша күрһәтте. Фойела ҡул эштәренән, балаларҙың рәсемдәренән күргәҙмә лә ойошторолдо.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Һүрәттә: бүләкләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар.

Читайте нас: