Йүрүҙән
-14 °С
Ҡар
Подписаться на Я.Новости
"Вконтакте"
"Одноклассники"
Телеграм-канал
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2019, 13:32
“Ауаз” фестиваленән – Диплом менән
Илеш районының үҙәге Үрге Йәркәйҙә үткән “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт республика фестивалендә Лағыр ауылының “Мираҫ” фольклор ансамбле лә ҡатнашты... тулыраҡ сайтта
Илеш районының үҙәге Үрге Йәркәйҙә үткән “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәте һәм заманса сәнғәт республика фестивалендә Лағыр ауылының “Мираҫ” фольклор ансамбле лә ҡатнашып, Диплом менән ҡайтты.
Фестивалдә үҙешмәкәр коллективтар, ғаилә династиялары, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары, студенттар һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнашты.
– Бөтәһе 25 райондан, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенән дә коллективтар килгәйне. Беҙ “Шәл өмәһе” йолаһы фольклор күренеше менән сығыш яһаныҡ. Тамашабыҙҙы халыҡ бик оҡшатты. Тәүге көн конкурс булһа, кисен Рсай ауылына беҙҙе бер нисә ансамбль менән концерт ҡуйырға алып барҙылар.
Гала-концертта ла сығыш яһау бәхете тейҙе. Ғөмүмән, Илеш районынан бик яҡты, бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Халҡының бай йәшәүе, мәҙәниәт усаҡтарының, мәғариф учреждениеларының төҙөклөгөнә, матурлығына хайран ҡалдыҡ. Илеш районы етәкселеге юлға күстәнәстәр биреп, оҙатып ҡалды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты “Мираҫ” ансамбле етәксеһе Мәүлиә Яруллина.
Читайте нас в