Йүрүҙән
+15 °С
Болотло
Подписаться на Я.Новости
"Вконтакте"
"Одноклассники"
Телеграм-канал
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Ноябрь 2019, 13:12
Өфөлә “Иҙел” башҡорт һәм татар йыр конкурсы үтәсәк
15 – 16 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында йәш профессиональ башҡарыусылар араһында “Иҙел” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыр фестиваль-конкурсы үтә.
15 – 16 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында йәш профессиональ башҡарыусылар араһында “Иҙел” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыр фестиваль-конкурсы үтә.
Һәр саҡтағыса конкурста Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән юғары, урта махсус уҡыу йорттарының студенттары һәм уларҙы тамамлаусылар ҡатнаша.
Тәүге көн – конкурс көнө. Икенсе көн – фестивалдең почетлы ҡунаҡтары һәм жюри ағзалары ҡатнашлығында Гала-концерт. Концертта Иҙрис Ғәзиев, Мөнир Яҡупов, Флүрә Килдейәрова, Наилә Фәтихова, Рәфис Сирусин, Зилиә Бәхтиева һәм башҡалар сығыш яһай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект 2011 йылдан Рәсәйҙә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы айҡанлы үткәрелә. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Бөтә донъя татарҙар конгресы яҡлауында уҙа.
Төрлө йылдарҙа “Иҙел” лауреаттары булып Радик Юлъяҡшин, Ришат Төхфәтуллин, Зилиә Бәхтиева, Лилиана Ғәзизова, Айгиз Ханов һәм башҡалар танылды.
Диана БАЙТУРИНА,
проект координаторы.
Читайте нас в