Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Ноябрь 2019, 18:25

Берҙәмлек байрамы

Берҙәмлек байрамыХалыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан район мәҙәниәт йортонда тантаналы байрам сараһы үтте. Хеҙмәт алдынғыларына, әүҙем йәмәғәтселәргә район Хакимиәте һәм Советы Почет грамоталары, район башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды.#беҙберҙәм #мыедины

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан район мәҙәниәт йортонда тантаналы байрам сараһы үтте.
Хеҙмәт алдынғыларына, әүҙем йәмәғәтселәргә район Хакимиәте һәм Советы Почет грамоталары, район башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов Гөлнара Мөхәмәтйәнованы (Әлкә ауыл биләмәһе), Вәсил Кәримов, Фәйез Ханов (Салауат ауыл биләмәһе), Валерик Йәнгиров (Мәсетле), Лилиә Яҡупованы (Лағыр) Почет грамоталары менән бүләкләне. Район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов Салауат ауыл хакимиәтенең хәрби-иҫәп өҫтәле инспекторы Илмира Хәйретдиноваға, хеҙмәт ветераны Владик Рәүилов, Балалар ижады йорто педагогы Гөлзада Мөхәмәтйәрова, Иҙелбай клубы мөдире Зөлфиә Минеғолова, Шәрип төп мәктәбе мөдире Рәсүҙә Ғәлинаға Почет грамоталары тапшырҙы.
Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиевҡа, социаль-мәҙәни ял үҙәгенең методик бүлеге мөдире Светлана Вәлиеваға, үҙәк методисы Юлиә Садиҡоваға, “Йүрүҙән” бейеү коллективы етәксеһе Руслан Моталиповҡа Рәхмәт хаттары бирҙе.
Читайте нас: