Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Сентябрь 2019, 13:19

Яҡташтарҙы осраштырҙы филармония майҙаны

Салауат районы Өфөлә “Тарих биттәре” фестиваль-марафоны презентацияһын күрһәтте.

Өфөләге Башҡорт дәүләт филармонияһы алды һәм фойеһы, бер көнгә булһа ла, Салауат районы мөйөшөнә әйләнде. Майҙандың бер яғына районды һүрәтләгән ҙур баннер ҡуйылған, икенсе яҡта 16 ауыл биләмәһенең мәғлүмәт стендтары теҙелгән. Башҡорт тирмәһе ҡоролған, эргәһендә ҙур самауыр ҡайнай. Теләүселәр башҡорт милли кейемендәге егет һәм ҡыҙ һынынан эшләнгән фотозонала фотоға төшә.

Райондан килгәндәргә Өфөләге яҡташтар ҙа ҡушылды, күрешеүҙәр, ихлас ҡосаҡлашыуҙар тулҡынландырғыс күренеш ине. “Үҙебеҙҙең Салауат районына ҡайтҡандай булдыҡ”, “Малаяҙҙа йөрөп ятҡан кеүек”, – тип, райондаштар үҙ-ара һөйләшкәндә, ишетелеп ҡала.

Милли кейемдәге фольклор коллективтары абруйлы ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп йыр-моң, ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алды. Сараның почетлы ҡунаҡтары булып РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы, яҡташыбыҙ Ирек Ялалов, республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте вәкиле Ирек Ғәлиәкбәров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, Салауат районының элекке етәкселәре Радил Мөхәмәтдинов, Риф Вахитов, Рәфҡәт Моратов, Радик Сәхәүетдинов килгәйне. Беҙҙең райондың фестивалендә күрше Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары башлыҡтары Шамил Мөхәмәтдинов, Әнис Әсәҙуллин да ҡатнашты.

Хакимиәт башлығы Марс Кашапов ҡунаҡтарҙы күргәҙмәләрҙе ҡарарға саҡырҙы. Һәр ауыл биләмәһе башлығы үҙҙәренең мәғлүмәте менән таныштырҙы. Район ағинәйҙәре күргәҙмә-йәрминкәлә үҙҙәренең ҡул эштәрен, эшҡыуарҙар Алия Закирова, Марат Миңлебаев, Мәсетленең “Йүрүҙән” кооперативы (рәйесе – Илнур Камалов), умартасылар Ришат Носратуллин, Эмиль Күлбаев үҙҙәрендә етештерелгән продукцияны тәҡдим итте. Фойела ауыл хужалығы тармағының, мәғариф, спорт өлкәһенең, ҡул оҫталарының эштәренән торған райондың ҡаҙаныштары күргәҙмәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Район мәғариф бүлеге, Йәш техниктар станцияһы, Балалар ижады йорто, спорт комитеты менән Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, йәштәр сәйәсәте комитеты, мәҙәниәт бүлеге эшмәкәрлеге тураһында ролл ап-стендттар урынлашҡайны, күргәҙмәгә биҙәү-ғәмәли сәнғәт әйберҙәре ҡуйылғайны. Салауат Юлаев музейы экспонаттары урынлашҡан тирмәнең бер мөйөшө лә бар ине. Мәсетленән Ғабит Ғималов үҙенең рәсемдәрен, үҙ ҡулы менән яһаған ҡумыҙҙарын, Малаяҙҙан Эльнар Кинзин да ҡул эштәрен тәҡдим итте.

Хөсәйен Әхмәтов исемен­дәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залы тамашасылар менән шығрым тулы ине. Райондың тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында тәүҙә йөкмәткеле видеофильм күрһәтелде.
Артабан концерт-презен­тация театр­лашты­рылған тамаша менән дауам итте. “Йүрүҙән” халыҡ бейеү ансамбле, “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле, “Илһам” халыҡ ансабле, “Янғантау” шифаханаһы бейеүселәре сығыш яһаны. Район тарихының милли батырыбыҙ Салауат Юлаев осоро, Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡыттары сәхнәләштерелде. Йәштәр һабантуйҙа күңел асып йөрөгәндә ҡәһәрле һуғыш башлана, бар ир-ат фронтҡа оҙатылғас, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да яуға китеүе һүрәтләнде. Хәрбиҙәр роленә Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы кадеттары йәлеп ителде. Һуғыштан һуңғы илде тергеҙеү, пионерҙар, комсомолдар хәрәкәте осоро ла яҡтыртылды. Салауат районының бөгөнгө социаль-иҡтисади үҫеше, яңы проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуы, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты буйынса төҙөлөштәр, “Янғантау” геопаркының ЮНЕСКО-ға инеүе тураһында ла ентекле мәғлүмәт булды.
БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, яҡташыбыҙ Ғәлиә Солтанованың аһәңле йыры береһен дә битараф ҡалдырманы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған актрисаһы Рәсимә Ғәйфуллина М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһының өҙөгөндә Уңғанбикә ролен башҡарҙы. Йәш йырсы­ларыбыҙ Зәлиә Зин­нәтуллина, Айгиз Ханов, Наҙгөл Отузова ла районыбыҙ ойошторған коцертҡа йәм өҫтәне.
Сара һуңында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, барыһына ла рәхмәт белдереп, “Тарих биттәре” республика фестиваль-марафоны штандартын Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Саликовҡа тапшырҙы һәм иҫтәлекле картина менән бүләкләне.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған фестиваль-марафон Башҡортостан Башлығы грантына, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштороуында республиканың муниципаль берәмектәре араһында уҙғарыла. Ул 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына ла арналған.


Айҙар НОҒАМАНОВ.


Читайте нас: