Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Август 2019, 17:52

Ағинәйҙәр бай тәьҫораттар алып ҡайтты

Ғафури районында “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының йыйыны үтте. Еҙем буйындағы яланда барған байрамда республиканың 44 районынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән Пермь крайынан ағинәйҙәр ҡатнашты. Районыбыҙ ағинәйҙәре: Татар Малаяҙы ауылынан Светлана Васильева, Яхъянан Рәмзилә Ғирфанова, Ахундан Филүзә Хөснөтдинова ла ошо осрашыуға барып, иҫ киткес бай тәьҫораттар алып ҡайтты.

Ғафури районында “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының йыйыны үтте. Еҙем буйындағы яланда барған байрамда республиканың 44 районынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән Пермь крайынан ағинәйҙәр ҡатнашты.

Районыбыҙ ағинәйҙәре: Татар Малаяҙы ауылынан Светлана Васильева, Яхъянан Рәмзилә Ғирфанова, Ахундан Филүзә Хөснөтдинова ла ошо осрашыуға барып, иҫ киткес бай тәьҫораттар алып ҡайтты.

"Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева әйтеүенсә, сара милли йолаларҙы тергеҙеүгә, 2020 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арнала һәм Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ойошторолған. Байрамда ҡатын-ҡыҙҙар милли кейем, ризыҡтар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән, ҡунаҡтарҙың иғтибарына “Өләсәйем һандығы”, “Ҡатыҡ тәмләү” кеүек милли йолалар ҙа тәҡдим ителгән. Йыйын барышында шулай уҡ ағинәйҙәрҙең эшен барлап үтеп, уларға йомғаҡ яһалған. Был йәһәттән Салауат районы ағинәйҙәре маҡталып телгә алынған һәм районыбыҙҙың баш ағинәйе Светлана Васильеваға республика Мәҙәниәт министрлығынан Рәхмәт хаты тапшырылған.

– Был сара бик ныҡ оҡшаны. Йыйында ҡатнашырға ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Марс Кашаповҡа, уның урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов һәм иҫән-һау йөрөтөп алып ҡайтҡан водитель Азаматҡа рәхмәтлебеҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Светлана Нотфулла ҡыҙы.
Читайте нас: