Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Август 2019, 09:16

Туристарға ҡайҙан сувенир алырға?

6 августа Өфөнөң "Ҡунаҡһарай" сауҙа комплексында "Башҡортостан Республикаһының туристар өсөн сувенирҙар-2019" республика конкурсы уҙҙы. Унда сувенир әйберҙәрен етештереү һәм һатыу өлкәһендәге оҫталар ҡатнашты.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сара барышында семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, "Туристар өсөн сувенирҙар" Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған ФРОС Region PR идаралығы рәйесе Геннадий Шаталов сығыш яһаны.


Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, конкурс Милли проекттар сиктәрендә "Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу" төбәк милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарылды.

Читайте нас: