Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Июль 2019, 13:13

Районыбыҙҙың бөйөк шәхесе

Билдәле яҙыусы, сәйәхәтсе, йәмәғәтсе Михаил Андреевич Чванов быйыл үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

М. Чванов 1944 йылдың 25 июлендә Салауат районының Иҫке Михайловка ауылында тыуған, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Ауыл мәктәбендә математика һәм һыҙма дәрестәрен уҡыта, төҙөлөштә, йәштәр гәзитендә лә эшләй.

Йәшләй яҙыша башлай, бөгөн уның 20-нән ашыу билдәле китабы бар. Халыҡ араһында иң популярлыҡ яулағандары – “Загадка штурмана Альбанова” романы, “Мы – русские? Всего мира Надеждо и Утешение”, “Загадка гибели шхуны”, “Лестница в небо” һ.б.

Михаил Андреевич яҙыусы ғына түгел, уның шөғөлдәре күп яҡлы. Спелеолог булараҡ, Урал мәмерйәләрен тикшереүҙә экспедиция етәксеһе була. Вулканологтар менән Камчатка вулкандарын тикшереүҙә ҡатнаша. 1937 йылда Төньяҡ полюс аша СССР-ҙан АҠШ-ҡа осҡан С. А. Леваневскийҙың самолеты эҙһеҙ юғала, 70-се йылдарҙа ошо самолетты эҙләү буйынса ул Бөтә союз экспедицияһы етәкселәренең береһе лә була.

1992 йылда Чванов Өфөлә С. Т. Аксаковтың йорт-музейын булдыра һәм уға етәкселек итә. Тиҫтәләрсә йылдар яҙыусының ижады, ғаиләһенең тарихын өйрәнә һәм был өлкәлә уңыштарға ирешә. Аксаковтың өйөн һаҡлап алып ҡалыу буйынса бик күп эштәр башҡара. Йыл һайын Аксаков фонды ярҙамында Халыҡ-ара Аксаков байрамы ойоштора. Әҙәбиәт, публицистика, йәмәғәт өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап әҙәби премиялар менән бүләкләнгән.

2009 йылда – уға “Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы”, 2014 йылда “Салауат районының Почетлы гражданы” исеме бирелә. Шулай уҡ М. Чванов Рәсәйҙең Почет Ордены һәм республиканың Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ.

Салауат еренең шундай бөйөк шәхесе булыуы менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм Михаил Андреевичҡа оҙон ғүмер, бәхетле имен тормош теләйбеҙ.
Читайте нас: