Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Июль 2019, 14:00

Ахун ағинәйҙәре документаль фильмға төштө

“Башҡортостан” киностудияһы “Башҡортостан Республикаһы халҡының милли костюмдары” документаль фильмын төшөрә башланы. Был фильм 2020 йылда Өфө ҡалаһында үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына төшөрөлә.

“Башҡортостан” киностудияһы “Башҡортостан Республикаһы халҡының милли костюмдары” документаль фильмын төшөрә башланы. Был фильм 2020 йылда Өфө ҡалаһында үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына төшөрөлә.

Шул көндәрҙә киностудия режиссеры һәм операторы Радик Килмәмәтов Салауат районында булып, Ахун ауылы ағинәйҙәре менән осрашты. Башҡорт халҡының милли йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән ағинәйҙәр билдәле режиссерҙы Салауат районы халҡының милли кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре менән таныштырҙы, был төбәккә генә хас булған үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Радик Рәмил улы ауылдың элекке китапханаһында ойошторолған музейҙа ла булып, ундағы экспонаттарҙы, фильм өсөн ағинәйҙәрҙе төшөрөп алды.
Читайте нас: