Салауат Юлаев образы аша йәш быуында тыуған еренә, тарихҡа, халҡына һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү, милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, һәләттәрҙе асыҡлау, сәләмәт быуын тәрбиәләү маҡсаттарын алған ярышта Мәсетле, Салауат, Дыуан райондарынан 5 егет һәм 7 ҡыҙ ҡатнашты.
Иң тәүҙә "Салауат Юлаев вариҫтары" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов етәкселегендәге жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың аш-һыуға, ҡул эштәренә, ә егеттәрҙең үҙ нәҫелен белеүен баһаланы. “Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр халыҡтың үҙ төҫө”, тип әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың ҡул эштәрендә, бешергән аш-һыуҙарында һәр төбәктең үҙ асылы, үҙ ҡото сағылған ине. Егеттәр халыҡтың тарихын, тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен асып һалған ҡиммәтле мәҙәни ҡомартҡы - шәжәрәләре менән таныштырып үтте. Бәйгеселәр конкурста музыка ҡоралдарында башҡарыу оҫталығына маһирлығын да, йыр-бейеүгә лә әүәҫ булғандарын күрһәтте. Музыка ҡоралдарында уйнау һәм һәләттәр күрһәтеү бәйгеһендә Мәсетле районы батыры Айтуған Зәйнетдиновҡаетеүселәр булманы. Рухлы егет өҙә баҫып бейене, ҡумыҙҙа ла бик оҫта уйнаны. Башҡа конкурсанттар ҙа унан ҡалышманы, Мәсетле ауылынан Гөлшат Исламғолова, Лағырҙан Илназ Хәйров, Малаяҙҙан Арсен Борханов, Арҡауылдан Линара Фәссәхова йырланы, Арҡауылдан Руслан Әфтәхов, Мәсетле районынан Наҙгөл Мофазалова, Яҙғы-Йорттан Гөлнур Исламғазина, Дыуан районынан Кәмилә Саликова, Иҙристән Элина Баһауетдинова һоҡландырғыс итеп бейене, Дыуан районынан Фларит Нурыев һәм Торналынан Диана Рәжәпова нәфис һүҙ менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Салауаттай батыр егеттәр һәм Зөләйхалай һылыу ҡыҙҙар үҙҙәре һәм тыуған ауылдарыменән яҡындар таныштырып, тамашасылар һәм жюри ағзалары иғтибарына видео-визитка тәҡдим итте. Артабан бәйгеселәр Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса көс һынашты.
Шулай итеп, бәйгенең еңеүселәре тип Айтуған Зәйнетдинов һәм Гөлшат Исламғолова иғлан ителде. “Иң яҡшы шәжәрә” – Арсен Борханов, “Милли ҡомартҡы” - Наҙгөл Мофазалова, “Һүҙ оҫтаһы”- Гөлнур Исламғазина, “Моң даръя” - Линара Фәссәхова, “Быуындар күсәгилешлеге” - Кәмилә Саликова, “Рух ҡеүәте” номинацияһында Руслан Әфтәхов еңеүсе булды. 3-cөгә Диана Рәжәпова, Фларит Нурыев, 2-сегә Элина Баһауетдинова, Арсен Борханов, 1-се урынға Илназ Хәйров, Наҙгөл Мофазалова сыҡты.
--------------------------------------
В село Малояз Салаватского района прошел межрайонный конкурс "Мы - потомки Салавата". Цель проведения мероприятия - воспитание у подрастающего поколения через образ Салавата Юлаева любви к своему народу, родному краю, его историческому прошлому, чувства здоровой национальной гордости и патриотизма.
В мужском конкурсе «Потомок батыра» приняли участие 5 юношей. За право называться «красавицей Зулейхой» боролись 7 девушек. Каждый стремился показать свои таланты: участники конкурса декламировали стихи, пели, танцевали.
Победителями конкурса стали Айтуган Зайнетдинов (Мечетлинский район) и Гульшат Исламгулова (Салаватский район, д. Мечетлино). Призовые места заняли Ильназ Хайров (Лагерево), Назгуль Муфазалова (Мечетлинский район), Элина Багауетдинова (Идрисово), Арсен Бурханов (Малояз), Диана Резяпова (Турналы) и Фларит Нуриев (Дуванский район). Руслан Афтахов (Аркаулово), Гульнур Исламгазина (Язги-Юрт) , Линара Фассахова (Аркаулово), Камилла Саликова (Дуванский район) были отмечены в отдельных номинациях.