Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2019, 16:07

Мәңге балҡы, мәңге йәшә, Башҡортостан – ғәзиз әсә!

Район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы сара үткәрелде.

Район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған тантаналы сара Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы, күп милләтле илебеҙҙең сәскә атыуын кәүҙәләндерҙе.

Байрамда ҡатнашыусылар мәҙәниәт йорто фойеһында ойошторолған районыбыҙҙағы һәр ауыл биләмәһе тарихын һәм бөгөнгөһөн сағылдырған күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Сараны район хакимиәте башлығы Марс Кашапов асты. Ул райондың тарихын барланы, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙы хәтергә төшөрөп, Салауат районының социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы.

– Башҡортостанға 100 йыл тулыу айҡанлы республикала барыһы 10 меңгә яҡын иҫтәлекле миҙалдар сығарылды. Был миҙалдарға республика, район үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләр лайыҡ буласаҡ, –тине сығышында район башлығы.

Саҡырылған ҡунаҡтар: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары Илдар Бикбаев, Фәрит Ғәниев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, барыһын да байрам менән ҡотлап, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәндәре, юғары һөнәри оҫта­лыҡтары өсөн яҡташ­тарыбыҙға юбилей миҙалдарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Беҙҙең районға барыһы 50-гә яҡын миҙал бүленгән, шуларҙың 10-һы шул тантанала бирелһә, ә ҡалғаны йыл дауамында тапшырыласаҡ

Сара һуңындағы байрам концертында район йырсылары, бейеүселәренең, уҡыусыларҙың һәм ансамблдәрҙең сығышын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.


Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың 100 йыллығына юбилей миҙалдары менән бүләкләнделәр:

Салауат районының элекке етәкселәре, хеҙмәт ветерандары Риф Вахитов, Рәфҡәт Моратов, Радил Мөхәмәтдинов, Радик Сәхәүетдинов.

Хеҙмәт ветерандары Рәүеф Шаһаев, Рәүеф Ғәйфуллин, Малаяҙ башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Гүзәл Хәлиуллина, Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Петр Дурникин, Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған табибы Роза Вәлиева, быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк хеҙмәт ветераны Рауза Йомағужина.
Читайте нас: