Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2019, 16:24

Талантлы йәш актер

Бөгөн – Халыҡ-ара театр көнө. Яҡташыбыҙ, Салауат дәүләт башҡорт драма театры актеры Риф МУСИН "Беренсе Республика" тарихи фильмында уйнай. Башҡортостандың 100 йыллығына арнап төшөрөлгән кинокартинаның яңыраҡ Малаяҙҙа премьераһы булды. Фильмда Мөрсәлим ауылынан яҡташыбыҙ ҙа ундағы ролдәрҙең береһен башҡара. Тулыраҡ сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Талантлы йәш актер Риф Мусин бөгөн Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләй. Сығышы менән ул Мөрсәлим ауылынан. Яңыраҡ Малаяҙҙа район мәҙәниәт йортонда күрһәтелгән “Беренсе Республика” тарихи фильмының премьераһын әгәр ҡараһағыҙ, Риф унда Яҙыусылар союзы ағзаларының ултырышын сағылдырған эпизодта үҙ ролен башҡара. Кинокартина Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына төшөрөлгән.


– Режиссер Булат Йосопов яңы фильмына кастинг үткәреп, беҙҙе, бер нисә актерҙы, киноға төшөргә үҙе саҡырҙы. Миңә яҙыусы Ғариф Ғүмәр ролен башҡарырға тәҡдим иттеләр. Фильмдың был өлөшө Өфөнөң элекке иҫке биналарының береһендә төшөрөлдө, – тине Риф Рифат улы.


Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын тамамлаған яҡташыбыҙ Салауат театрында тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Ул Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында Ялсығол роле менән ижад юлын башлаһа, хәҙер инде йәш актерҙың спектаклдәрҙә уйнаған образдары бихисап: Ә. Яхинаның “Еҙ беләҙек”тә – Алик, Н. Асанбаевтың “Сейәле тау”ында – Ансаф, “Зәйтүнгөл”дә – Булат, Ә. Атнабаевтың “Ул ҡайтты”ла – Марат, И. Абдуллиндың “Өфө ҡыҙҙары”нда – Шаянғол һ.б. Ул балалар өсөн ҡуйылған тамашаларҙа әкиәт геройҙарын да ихлас башҡара. Сәхнәләге ижады Салауат дәүләт башҡорт драма театрының "Иң яҡшы йыл актеры" премияһы, БР Мәҙәниәт министр­лығының Почет грамотаһы менән баһаланған.


Риф ҡатыны, Күгәрсен районы һылыуы Зөһрә менән Наҙгөл һәм Йәсминә исемле ике ҡыҙ үҫтерә. Йыш ҡына ул ғаиләһе менән Салауат ҡалаһынан Ҡарағол ауылында йәшәгән әсәһе, педагогик хеҙмәт ветераны Рәфилә Лоҡман ҡыҙына, Урмансылағы туғандарына ҡайтып йөрөй.


Һәләтле яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ, театр сәхнәләрендә, кино сәнғәтендә тик сағыу образдар ғына тыуҙырырға яҙһын.

Читайте нас: