Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль 2019, 12:58

Яхъя ауылы – М. Круковский фотоһүрәттәрендә

Салауат Юлаев музейында этнограф Михаил Круков­скийҙың фотоһүрәттәренән күргәҙмә асылды.

Салауат Юлаев музейында этнограф Михаил Круков­скийҙың фотоһүрәттәренән күргәҙмә асылды. Уны асыу тантанаһында “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, яҙыусы-журналист Сәрүәр Сурина, район хакимиәтенең кадрҙар эше, хоҡуҡ һәм мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Сәфиуллина, Ишембай ауылы биләмәһе башлығы Зилә Шәйәхмәтова, тыуған яҡты өйрәнеүселәр Фларит Дәүләтшин һәм Айрат Ғәлиев ҡатнашты.

Айрат Фауис улы әйтеүенсә, М. Круковскийҙың күргәҙмәһе Рәсәйҙә тәүге булып Салауат районында ойошторолдо. Уның менән күрше район ағинәйҙәре, Красноуфимск, Ҡатау-Тамаҡ, Трехгорныйҙан килгән ҡунаҡтар танышты. Сараның төп ҡунаҡтары Яхъя, Миндеш, Ишембай ауылдары халҡы булды. Улар был һүрәттәрҙә үҙҙәренең ата-бабаларын танырға тырышты. Күргәҙмәне асыу тантанаһы Ишембай ағинәйҙәренең сығышы менән тамамланды.

1908 йылда Көньяҡ Уралға экспедиция барышында Михаил Антонович әлеге Салауат районының өс ауылында – Яхъя, Миндеш, Ишембайҙа (Мусабай) була. Уның ошо ауылдарға килеүе салауаттар өсөн бик әһәмиәтле, сөнки фотоларҙа ауыл халҡы милли кейемдә сағылыш тапҡан, шунда уҡ боронғо төҙөлөштәр, урамдар, эш ҡорал­дары күренә. Фотолар ярҙамында башҡорт халҡының ҡыр-көҙәй ырыуы тарихын да тергеҙергә мөмкин.

Санкт-Петербургтағы Бөйөк Петр исемендәге Рәсәй Фәндәр Акаде­мияһының Антропология һәм этнография музейы хәҙмәткәрҙәре Салауат Юлаев музейына М. Круковский коллекцияһынан 52 һүрәт кадрын ебәрҙе.

Тағы ла ике йылдан һуңғараҡ Яхъя ауылы батша фотографы С. М. Прокудин-Горский объективына ла эләгә. Бөгөн районда “С. М. Прокудин-Горский эҙҙәре” туристик маршруты бар. Гидтар ҡунаҡтарға был фотоһүрәттәр ҡайһы ракурстан төшөрөлгәнен күрһәтә. Киләсәктә Яхъя ауылында фотомузей эшләү ҙә күҙаллана, унда ошо бөйөк оҫталарҙың эштәре ҡуйыласаҡ.

Зилә Садиҡова,

Салауат Юлаев музейы директоры.
Читайте нас: