Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль 2019, 12:41

Аҡ күңелле ағинәйҙәр, изге ниәт-уйҙарығыҙ.

Салауат районының барлыҡ биләмәһендә лә ағинәйҙәр ҡорға берләшеп, бөгөн милләт, ил, ауыл киләсәге өсөн янып йәшәй. Район мәҙәниәт йортонда үткән “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” дуҫлыҡ күпере эстафетаһының Гала-концерты районыбыҙҙа ниндәй аҫыл ағинәйҙәр булыуын тағы ла бер тапҡыр күрһәтте.

Ағинәй – ул иң матур, аҡыллы ил инәһе тигән һүҙ. Ете йыл башланған эш бөгөн дә уңышлы дауам итә. Тап ағинәйҙәр һүнеп барған ауыл тормошона ҡот килтерә, буш лыҡты тул тыра,үҙ асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам итә, йәш быуынға өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артынан эйәртә, – тип респуб ликаның баш ағинәйе Гөлфиә Янбаева ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан, күптән түгел юбилейҙарын билдәләгән гүзәл заттарға Рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырҙы.

Салауат Юлаев музейында билдәле рәссам Владимир Круковскийҙың күргәҙмәһен асыу тантанаһынан башланып киткән йәнле сарала Салауат, Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Балаҡатай ағинәйҙәр ойошмалары, Өфө, Трехгорный, Ҡатау-Тамаҡ ҡалаларынан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Салауаттар был юлы ла үҙҙәренең ҡунаҡсыллығына тап төшөрмәне: ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршыланы, ҡул эштәре менән барыһын да һоҡландырҙы. Күҙҙең яуын алырлыҡ береһенән-береһе матурыраҡ балаҫтар, кейем-һалымдар, милли биҙәүестәр – барыһы ла Салауат районы ағинәйҙәренең ҡул эштәре. Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева сығышында алтынға тиң ағинәйҙәрҙең йәмғиәтебеҙҙә тотҡан урынын, улар тарафынан башҡарылған эштәрҙең әһәмиәтен билдәләп үтте.

Һәр бер ауыл биләмәһе ағинәйҙәре һәм Трехгорный, Ҡатау-Тамаҡ ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар тамашасыларға концерт номерҙары бүләк итте. Урмансылар ҡумыҙҙа боронғо башҡорт көйҙәрен уйнап ишеттерҙе, Ишембай һәм Таймый ауыл биләмәһе ағинәйҙәре таҡмаҡтар әйтте. Мөрсәлимдәрҙең сығышы фәһемле һүҙҙәр, мәҡәл-әйтемдәр менән иҫтә ҡалһа, Арҡауыл, Тирмән, Торналы вәкилдәре һәм әлкәләр сәхнәне моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәргә күмде. Салауат ауыл биләмәһе ағинәйҙәре тиҙәйткестәре, ә лағырҙар бәйете менән һоҡландырһа, янғантауҙар “Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһын күрһәтте. Райондың баш ағинәйе Светлана Васильева фестиваль барышында бер ауылдан икенсеһенә эстафета итеп тапшырылған китапты мәңгелеккә һаҡлап ҡалыу өсөн Салауат Юлаев музейына бүләк итте.

Сараның һуңында район хакимиәтенең бүлек начальнигы Гүзәл Сәфиуллина һәм ҡоролтай рәйесе Көнһылыу Ғәлиева ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҙур өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ауыл биләмәһе башлыҡтарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас: