Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ноябрь 2018, 10:40

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен

Ҡатау-Тамаҡта Шәжәрә байрамы уҙғарылды

Кешенең тамыры ағастыҡынан да күп тиҙәр. Ысынлап та, был донъяла береһе лә яңғыҙ түгел. Һәр кемдең ата-бабалары, туғандары, яҡындары бар. Һуңғы арала быуындар бәйләнешенә, йәғни шәжәрәгә иғтибар бермә-бер артты. Үҙенең үткәненә һәм киләсәгенә битараф булмағандар үҙҙәренең тамырҙарын өйрәнә, йылъяҙмаларҙы һаҡлап, киләсәк быуынға еткерергә тырыша.
Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһы мәҙәниәт һарайында үткәрелгән 6-сы төбәк-ара шәжәрә байрамы быға асыҡ дәлил булып тора. Сараға Трехгорный, Ҡатау-Тамаҡтан килгән алты команда йыйылды. Беҙҙең райондан Әлкә ауылы командаһы ҡатнашты. Иң тәүҙә сараға килеүселәр үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырҙы. Конкурсанттар шәжәрәне төрлөсә, матур итеп эшләп килтергәйне. Ҡайһы берәүҙәр нәҫел ағасын ҡағыҙҙа түгел, ә видеояҙма, презентация рәүешендә лә һүрәтләгәйне.
Әлкә ауылынан тарихсы Лена Ямалетдинова Салауат Юлаев, Ҡасайҙар, Ямалетдиновтар нәҫелдәре тураһында бәйән итте. Ә Луиза Ғиниәтуллина Ҡасайҙар нәҫеленән булған Фуат Ғиниәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә һалынған мәсет тураһында ла һөйләп үтте. Әйткәндәй, педагогик хеҙмәт ветераны Лена Хәлил ҡыҙы мәктәптә эшләгәндә үк быуындар бәйләнеше, ауылдар тарихы менән ҡыҙыҡһынып, “Хәрби дан”, “Тыуған яҡты өйрәнеү” музейҙарын ойоштороуға ҙур өлөш индерҙе. Ул бихисап материалдар туплап, ауылда булған бар нәҫелдәрҙең дә тулыһынса шәжәрәһен төҙөнө, тарихи ҡомартҡыларға, документтарға таянып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың биографияларын музейҙа тупланы.
Шәжәрә байрамын концерт номерҙары байытты. Командаларҙы дәртләндереп, ансамблдәр, йырсылар, бейеүселәр сығыш яһаны. Әлкәнән “Серҙәш” ансамбле тамашасыларға йырҙарын бүләк итте. Һөҙөмтәлә әлкәләр шәжәрәһе иң яҡшыһы, тип танылып, еңеүсе булды. Лена Хәлил ҡыҙына Маҡтау грамотаһы һәм сертификат тапшырылды. Шулай уҡ ансамбль етәксеһе Зилә Третьякова ла Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, туғанлыҡ тамырҙары ҡоромаһын, һәр кем ата-бабаларын, туғандарын белһен ине.
Читайте нас: