Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ноябрь 2018, 11:36

Йырлы ҡурай күңелде моңға урай

Милли музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, яҡташыбыҙ Вәкил Шөғәйепов бөгөн беҙҙең арала булмаһа ла, ул үҙенең артынан бай мираҫ, яҡты эҙ ҡалдырҙы. Салауат районы халҡы ла башҡорт Страдивариһын онотмай, уны ғорурланып иҫкә ала.

Абруйлы шәхестең исемен мәңгеләштереү, милли музыка ҡоралдарын пропагандалау, ҡурайсылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсаттарын ҡуйған район конкурсы быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылды. Музыкаль бәйге Вәкил Шөғәйеповтың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.
Сер түгел, бөгөн ҡурайҙа уйнаусылар беҙҙең яҡтарҙа һирәк осрай. Ҡурай оҫталары аҙ булғанғамы, әллә башҡа сәбәп арҡаһындамы, мәктәптәрҙә лә ҡурай түңәрәктәре юҡ, тиһәң дә була. Шулай ҙа остаздарҙың балаларҙы конкурсҡа әҙерләп килтереүҙәре, үҙҙәре лә халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттереүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Тамашасылар аҙ булһа ла, залда ултырыусылар “Сыңрау торна”, “Генерал Икзаков”, “Түңәрәк күл”, “Ғәҙелша”, “Сибай”, “Любезники-любизар” кеүек көйҙәрҙе рәхәтләнеп тыңланы. Алмаз Тажетдинов (Ахун), Айгиз Мөфтиев (Әлкә), Сынтимер Димов (Арҡауыл), Ралим Ғәҙелшин (Ишембай), Вәкил Шөғәйеповтың яҡын туғаны Тимур Шөғәйепов (Әлкә), Азамат Солтанов (Урмансы), Илнур Имаев (Иҙрис), Ғәзиз Ғайсин (Малаяҙ), Урмансынан “Етегән” һәм Әлкә ауылы ансамблдәре бик матур итеп сығыш яһаны. Бигерәк тә жюри ағзалары улдарына ҡурай уйнау серҙәрен асҡан Мөхәмәтйәновтар ғаиләһен маҡтап телгә алды.
Шулай итеп, Малаяҙҙан Илнур, Илшат һәм Ринат Мөхәмәтйәновтар (һүрәттә) конкурстың еңеүселәре тип иғлан ителде. Ҡалған бәйгеселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнеп үтте. Уларға Маҡтау грамоталары һәм аҡсалата бүләк тапшырылды.
Читайте нас: