Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Август 2018, 14:12

“Балалар, йәштәр беҙҙең арала йөрөһөн”

Республиканың “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева районда уҙғарылған эстафетаны Башҡортостан буйынса таратырға тәҡдим итте

Борон-борон­дан ағинәйҙәр аҡһаҡалдар менән бер рәттән йәмғиәт тор­мошонда баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнаған. Йәш быуынға милли асылыбыҙға ярашлы матур тәрбиә биреү, ватансылыҡ тойғоларын һең­дереү, хал­ҡы­быҙға ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙән, йолаларҙан тайпылырға юл ҡуймау, мил­ләттәш­тәребеҙҙе айыҡ, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлау... Былар ағинәйҙәрҙең үҙ иңдәренә алған ил-йорт, милләт хәстәрҙәренең бары тик бер өлөшө генә. Республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның Салауат районы ағинәйҙәре менән осрашыуға килеүе бик тә ҡыуаныслы һәм фәһемле булды.
Районыбыҙҙың баш ағинәйе Светлана Васильева был осрашыуҙы матур, эстәлекле итеп әҙерләгәйне. Башта ағинәйҙәр Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәйгә юл алды. Унда Таштирмәлә, яндырылған ауылдарға ҡуйылған стела эргәһендә булдылар. Салауат, уның атаһы Юлай, ҡарттаһы Аҙналы рухына доға ҡылдылар. Был тарихи урындан улар Иҙрис ауылына ҡарай юл алды.
Ул көндө Ишембай һәм Яхъя ауылы ағинәйҙәре “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы!” фотоальбом- эстафетаны Әлкә ауыл советы ағинәйҙәренә тапшырҙы. Был сара Иҙрис ауылы тауында, Салауат мәмерйәһе эргәһендә ойошторолғайны. Гөлфиә Янбаева эстафета тапшырыуҙы яңылыҡ тип юғары баһаланы һәм был традицияны Башҡортостан районы ағинәйҙәренә еткерәсәген белдерҙе.
Әлкә ауылынан Вәдиға Дәүләтшина ҡобайыр әйтте. Иҙрис ауылының ағинәйе, башланғыс класс уҡытыусыһы, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Фирзиә Ғәниева Әлкә ауылы ағинәйҙәре һәм балалар менән берлектә бик матур тамаша әҙерләгәйне. Улар ҡунаҡтарға халыҡ уйындарын: бала һатып алыу, һағыҙ эшләү йолаһын күрһәтте. Иҙрис ауылы ағинәйе Рима Фәрхетдинова һағыҙ ҡайнатыу йолаһын бик ентекле итеп аңлатты, ҡайын һағыҙының файҙалы яҡтарын һанап сыҡты. Ағинәйҙәр Илнур Имаевтың моңло итеп ҡурайҙа уйнауын бигерәк тә оҡшатты. Салауат рухлы балалар үҫеп килеүенә айырыуса ыңғай баһа бирелде.
Ҡунаҡтар ҙа күстәнәсһеҙ килмәгәйне. Ишембай, Яхъя ауылы ағинәйҙәренә һүҙ бирелде. Ишембайҙан 82 йәшлек Фәрзәнә апай Ғәҙелшина мөнәжәт уҡып ишеттерҙе. Ишембай ауыл советы ағинәйҙәренең мөнәжәттәрҙе күп белеүе, йәштәрҙең дә уларҙы оҫта итеп башҡарыуы маҡтауға лайыҡ. Гөлфиә Янбаева мөнәжәт йырлаусыларҙы ыңғай баһаланы. Ул мөнәжәтте башҡорт халҡының онотолған йолаларының береһе тип, хәҙерге көндә тергеҙелеп, халыҡҡа ағинәйҙәр тарафынан еткерелеүен бик хупланы. Алла һүҙен халыҡ мөнәжәт менән аңлатҡан, халыҡҡа уның тәрбиәүи әһәмиәте бик көслө булыуы тураһында бәйән итте.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеүҙә, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауҙа әүҙемлек күрһәтеүсе Ахун, Ташауыл, Тирмән ауылы ағинәйҙәренә рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырҙы. Лағыр ауылының ҡартайыу белмәҫ, әле лә барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашып, халыҡ моңдарын, йолаларын халыҡҡа еткереүсе Мәүлиә апай Яруллинаны райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алия Ишбулдина тыуған көнө менән ихлас ҡотлап, бүләк тапшырҙы. Лағыр ауылынан Земфира Әхтәрованың баяны, бар тәбиғәтте моңға күмеп, барлыҡ ағинәйҙәрҙе дәртле бейеүгә әйҙәне.
Сара һуңында Гөлфиә Янбаеваға һүҙ бирелде:
– Балалар, йәштәр беҙҙең арала йөрөһөн. Уларға үҙебеҙ белгәнде, иманды еткерергә тейешбеҙ. Ағинәйҙәр ойошмаһында ололар ғына түгел, ә йәштәр ҙә булырға тейеш. Итәғәтле, әҙәпле, телен, йолаһын һаҡлау эшендә әүҙем ҡатнашыусы һәр ҡатын-ҡыҙ ағинәй була ала. Беҙ рухиәт һаҡсыһы. Шуның өсөн дә беҙ, ағинәйҙәр, иң беренсе эшебеҙҙе кейемдән башланыҡ. Хәҙерге көндә Башҡортостанда һәр төбәк үҙ ерҙәренә генә хас кейемдәр тегә. Алдағы көндәрҙә үҙ төбәгенә хас түшелдеректәр, тамбурлы сигеү, балалар уйындары буйынса конкурстар үткәреү күҙаллана. Башҡорт телен өйрәнеү, туған телде үҫтереү буйынса балалар баҡсаһында, мәктәптә балалар менән төрлө саралар үткәрегеҙ, халыҡ йолаларын тергеҙегеҙ! Туйҙарҙа ҡатнашыу кәрәк. Ҡайһы бер райондарҙа туй алып барыусы юҡ. Ағинәйҙәр күңелле итеп, халыҡ йолаларын ҡулланып, айыҡ туйҙар үткәрә. Туй ваҡытында ауыл араһында һәр кешегә араҡы ҡойоп, эсереп йөрөүҙе бөтөрөргә кәрәк. Халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ!
Әле эшләгән эштәребеҙ бушҡа, энтузиазм кимәлендә, беҙгә бер кем дә аҡса түләмәй , ә бит хөрмәтте аҡсаға һатып алып булмай, – тине.
Йәнле әңгәмә, бер-береһе менән танышыу Иҙрис, Әлкә ауылы ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән өҫтәл артында дауам итте.
Зөлфиә Минеғолова,
Икенсе Иҙелбай ауылы.
Читайте нас: