Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2018, 11:50

Мөғжизәгә тиң тамаша

Район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө-күрһәтмә оркестрының ғәйәт ҙур концерты үтте

Халыҡ-ара музыка фестивалдәре һәм конкурстарында ҡатнашыусы, Рәсәйҙең һәм сит илдең төрлө төбәктәрендә сығыш яһаусы, илдең иң яҡшы оркестрының Салауат районына килеүе мөғжизәгә тиң. РФ Милли гвардия ғәскәрҙәренең хәрби оркестры начальнигы урынбаҫары, подполковник, дирижер, сығышы менән Мөрсәлим ауылынан булған Азат Шахмөхәмәтов яҡташтарына көтөлмәгән ҙур бүләк эшләне. Уның инициативаһы һәм тырышлығы менән оркестр, Волга буйы федераль округы хәрби частарына концерт менән килгәндә, беҙҙең районда ла сығыш яһаны.
Коллективтың ижади биографияһы ғәскәрҙәрҙең көндәлек тормошо менән бәйле. Оркестр хәрбиҙәр, милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәре араһында аң-белем таратыу, патриотик рух тәрбиәләү эшендә әүҙем ҡатнаша. Уның тарихы тиҫтәләгән йылдарға һуҙылған. Шул ваҡыт эсендә оркестр Рәсәй Армияһын әһәмиәтле сараларҙа таныта. Бынан тыш, профессиональ музыканттар йәш хәрбиҙәрҙе музыка сәнғәте менән таныштыра. Хәрби коллектив Афғанстан, Чечня һәм башҡа “ҡыҙыу нөктәләрҙә” хеҙмәт иткән һалдаттар алдында сығыш яһаған.
Даны донъяға таралған оркестрҙы һәм уның солистарын салауаттар йылы ҡаршы алды. Тамаша залы һәр сығыштан һуң алҡыштарға күмелде, халыҡ оркестр коллективын сәскә гөлләмәләренә күмде.
Кремль Һарайы кеүек ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап өйрәнгән музыканттар бик ябай булып сыҡты. Рәсәй эстрадаһы легендаһы, шағир, композитор Владимир Маркин сәхнәлә үҙен бик иркен тотто, шаяртты, кешеләр менән һөйләште. Тамашасылар «Сиреневый туман», «Я готов целовать песок» һәм башҡа уның билдәле йырҙарын эстрада йондоҙо менән бергәләп башҡарҙы.
Оркестр репертуар төрлөлөгө менән таң ҡалдырҙы: халыҡ йырҙары менән бер рәттән сәхнәнән төрлө телдәрҙә заманса көйҙәр яңғыраны. Ҡыллы, тынлы, һуҡма музыка ҡоралдарын үҙ иркенә буйһондороп, бөтәһен дә бер тында, ғәжәйеп моң тыуҙырып уйнатыусы дирижер, яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтов оркестр менән бик оҫта идара итте. Ул композиторҙың һәм үҙенең фәлсәфәһен башта бихисап музыкантҡа, тамашасыларға еткереп, үҙ энергияһы менән халыҡты арбаны. Сағыу талант, сикһеҙ түҙемлек, туҡтауһыҙ хеҙмәт талап иткән был ҡатмарлы һөнәр эйәһе – Азат Ғәли улының Салауат районынан булыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.
Сараны шулай уҡ оркестр солистары, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Лариса Волжанина, Алексей Толстокоров, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Мәликә һәм Полина Герц йырҙары менән биҙәне. Салауат районы халҡы “Катюша”, «Баллада о солдате», «Вдоль по Питерской», «Верните память» һәм башҡа билдәле йырҙарға ҡушылып ултырҙы. Моңло, матур тауышлы, тәжрибәле йырсыларҙың сығышы маҡтауға лайыҡ. Концертта шулай уҡ тыуған яҡҡа бағышланған йырҙар ҙа яңғыраны. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң сығышы ла береһен дә битараф ҡалдырманы.
Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, “Салауат вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов сығыштарында хәрби оркестр коллективына ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Читайте нас: