Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2018, 15:27

“Ҡыйғыр ҡурай” ҡурайсыларҙы йыйҙы

Үрге Ҡыйғы мәҙәниәт йортонда уҙған “Ҡыйғыр ҡурай” II асыҡ төбәк ҡурайсылар бәйгеһе быйыл биш тиҫтәнән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Учалы, Иглин райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан килгән ҡурайсылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре оҫталыҡтарын күрһәтте.

Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы ҡурайҙы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында популярлаштырыу, йәш һәләттәрҙе асыу ниәтендә барлыҡҡа килгән “Ҡыйғыр ҡурай” бәйгеһе үҙенең таланттарын тапты. Бәйгеселәр жюриға оҙон көй, ҡыҫҡа йә һалмаҡ көй һәм фортепианоға ҡушылып уйнап күрһәтергә тейеш ине. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының уҡытыусылары бәйгеселәрҙең уйнау маһирлығын баһаланы. Беҙҙең райондан кесе төркөмдә беренсе урынды Илнур Имаев яуланы. Шулай уҡ кесе төркөмдән Ринат Мөхәмәтйәновҡа “Иң йәш башҡарыусы” махсус призы тапшырылды.
Ансамблдәр араһында иһә Салауат районы ҡурайсыларына III урын бирелде. Еңеүселәргә Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: