Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2018, 12:50

Дуҫлыҡ күпере

Башҡорт ҡо­ролтайы ҡара­мағындағы Ағи­нәйҙәр ҡоро райо­ныбыҙҙың иң әүҙем йәмәғәт ойош­маһына әүерелде. Был ҡыуаныслы күренештең тамыры халыҡ күңелендә һаҡланған боронғо моң-аһәңдең уяныуы булһа, таянысы башҡорттоң йәшәйешендә элек-электән ил инәләре тотҡан мөһим урынды биләргә бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да әҙер булыуы. Айыҡ аҡыл, үткер зиһен, төплө уй менән донъя көтөүсе гүзәл заттарға тәүәккәллек, ғәйрәт һәм көс тә бик кәрәк был замандарҙа. Йәлләүсе хисле йөрәкте тормош арбаһы берәмләп туҙҙырмаһын өсөн әхирәттәрҙең берҙәмлеге, күмәк көсө, ауаздаш-моңдашлығы мөһим.

Халыҡ араһынан сығып, үҙешмәкәр башланғыста тағы бер традиция тыуҙы районыбыҙҙа. Был сараны Урмансы ауылының тынғы белмәҫ ағинәйҙәре башлап ебәрҙе. Сафуан Сәйетғәлин етәкселегендәге танылыу яулаған ҡумыҙсылар халыҡ ансамбле – “Етегән”дең ҡатнашыусылары ағинәйҙәр ҡороноң иң әүҙем ағзалары. Урмансы ауылында район-ара мөнәжәт байрамын үткәргәндә бар ҡатнашыусылар берҙәм рәүештә Ғаилә йылына бағышлап эстафета сылбыры ойошторорға кәңәш итте. Маҡсаты бик изге – әлеге көндәрҙә замана ҡаҙанында ҡайнарға көсө етмәйенсә, усаҡтары һүнеп барған бәләкәй ауылдарҙы ҡуҙғатыу, йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, ундағы әүҙемлекте тергеҙеү, ағинәйҙәр эшмәкәрлегенең сиктәрен киңәйтеү.
Яхъя ауылында эстафетаның беренсе сараһы бик матур үтте. Ишембай һәм Яхъя ағинәйҙәре “Һыу юлы” һәм “Кис ултырыу” йолаларын күрһәтте. Ауыҙ-тел ижадының тәрбиәүи әһәмиәте бөткөһөҙ, ағинәйҙәр йолаларҙы бик күп әйтемдәр, мәҡәлдәр менән байытҡан. Күңелле, матур, фәһемле күренештәрҙе йылы ҡабул итте залда ултырыусылар. Артабан иң оло ағинәй Мәликә Йомағужина үҙенең сығышында мөнәжәт, таҡмаҡтар аша илебеҙ тарихын бәйән итте.
Байрамдың бәҫен күтәреп йыраҡтан ҡунаҡтар килеп еткән. Ҡыйғы еренең арыу-талыу белмәҫ дәртле ҡатын-ҡыҙҙары – ут күршеләребеҙ Ибрай һәм Иҫке Мөхәмәт ауылдарының ағинәйҙәре йырлы-моңло күстәнәстәрен мул алып килгән. Гөлнур Ғарипова етәкләгән “Һомай” фольклор ансамбле әйлән-бәйлән уйнап-йырлап, замана таҡмаҡтарын бик килешле итеп башҡарҙы. Гөлшат Вагайсова етәкселегендәге “Күңел сыңы” фольклор ансамбленең “Гөлнәзирә” бейеү коллективының сығышы ла күңелдәргә хуш килде. Илфат Камаевтың мөнәжәттәрен тыңлап, фәһем алдыҡ.
Эйе, профессиональ йырсылар - бейеүселәр һәр береһе бөйөк сәнғәт өлгөләренә ынтыла. Шул тармаҡта үҙҙәрен таныталар, дан-шөһрәт яулайҙар. Ә бит һәр әҙәм балаһының күңеленә тәбиғәттән моң һалынған, матурлыҡҡа, хәрәкәттәр зауығына тартылыу бирелгән. Ошо тәбиғи һәләтте уятыу бәхете генә һәр кемгә лә бирелмәй шул. Оло йәштәгеләрҙе туплап, уларҙы йыр-моңға әүрәтеп, матур-матур тамашалары менән үҙҙәрен һәм тамашасыларҙы шатландырған етәкселәр сикһеҙ ихтирамға лайыҡ. Шундай ихластарҙың береһе – Сафуан Сәйетғәлин. Уның ижад емеше булған “Етегән”дәр бүләк итеп ҡумыҙ сыңдарын тирбәтте һәм фестивалде дауам итеп, үҙҙәрендә үткән сараның фотоальбомын Яхъя ағинәйҙәренә тапшырҙы.
Матур башланғысты дауам итеү өсөн киләсәккә пландар билдәләнде. Эстафетаны Әлкә ауыл биләмәһенең Иҙрис ауылы ағинәйҙәре ҡабул итте.
Көнһылыу Ғәлиева,
район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Читайте нас: