Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2018, 11:54

Яҡташыбыҙ хәрби оркестр менән килә

19 майҙа Малаяҙ­ҙа Мәскәүҙән кил­гән билдәле хәрби симфоник оркестр сығыш яһаясаҡ.

Рәсәй Эске эштәр министр­лы­ғының эске ғәс­кәр­ҙәренең хәрби оркестрына сығышы менән Мөр­сәлим ауылынан булған яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтов (һүрәттә) етәкселек итә. Улар Волга буйы федераль округы хәрби частарына концерт менән сыҡҡанда, беҙгә лә килеп китә. Подполковник Азат Ғәли улы симфоник оркестр менән бергә Владимир Маркин кеүек күренекле артистарҙы ла килтерә.
Концерт район мәҙәниәт йортонда 12.00 сәғәттә башлана. Инеү – түләүһеҙ (12+).
Читайте нас: