Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Май 2018, 11:00

Бейеү – ул үҙе бер ғүмер

29 апрелдә бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләне. Был байрам Салауат районында конкурс рәүешендә уҙғарылды.

29 апрелдә бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләне. Был байрам Салауат районында конкурс рәүешендә уҙғарылды.
“Бейе, бейе” район бәйгеһендә айырым бейеүселәр һәм ансамблдәр сығыш яһаны. Сара иртәнән башланды. Жюри ағзалары конкурстың һайлап алыу турында 43 бейеү ҡарап, Гала-концертҡа иң-иңдәрҙе һайлап алды.
Һөҙөмтәлә “Яңғыҙ бейеү” номинацияһында төрлө йәш категорияһында 1-се урынды Зөһрә Әхтәрова (Арҡауыл) һәм Алиса Әүлийәрова (Миндеш) яуланы. “Бәләкәй ансамблдәр”ҙә Малаяҙ ауылынан Алмаз Моталипов һәм Элина Ғөбәйҙулинаға етеүселәр булманы. Был номинацияла Ишембай һәм Әлкә ауылы коллективтары ла матур сығыш яһаны. “Коллективтар” номина­цияһында 1-се урынға “Йүрүҙән” (район мәҙәниәт йорто), 2-cегә “Әй ынйылары” (Торналы) ансамблдәре сыҡты.
Тамашасыларға шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре лә бик ныҡ оҡшаны. “Фантазия” (етәксеһе Р.Моталипов) – 1-cе, Ахун коллективы (етәксеһе Ф. Ханова) – 2-се, Таймый ансамбле (етәксеһе Э.Шәйнурова) 3-сө урынға лайыҡ булды. Ололар ҙа был көндө сығыштары менән таң ҡалдырҙы. Тирмән ауылынан Фәриҙә Йомаҙилованы маҡтап телгә алып, уға Диплом тапшырҙылар. Жюри ағзалары Арҡауыл ауылынан “Гөлназ” ансамблен дә билдәләп китте.
Конкурста әүҙем ҡатнашҡан бейеүселәргә рәхмәт әйтеп, уларға уңыштар теләйбеҙ.
Светлана ВӘЛИЕВА,
район мәҙәниәт бүлегенең методик бүлексәһе мөдире.
Читайте нас: