Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель 2018, 15:16

Халыҡ ижады ынйылары тергеҙелә

Башҡорт халҡы элек-электән ижадҡа бай бул­ған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уның бик аҙы ғына һаҡланған. Шөкөр, һуңғы ваҡыт башҡорт халыҡ ижадына, шул иҫәптән дини ауыҙ-тел ижады өлгөһө – мөнәжәт һәм нәсихәттәргә ҙур иғтибар бүленә башланы. Әле лә беҙ уларҙы яңынан тергеҙеү, халыҡҡа ҡайтарыу, уны йәш быуынға еткереү юлындабыҙ. Урмансы ауылында үткән Ғаилә йылына арналған мөнәжәт һәм нәсихәт байрамы быны асыҡ дәлилләй.

Башҡорт халҡы элек-электән ижадҡа бай бул­ған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уның бик аҙы ғына һаҡланған. Шөкөр, һуңғы ваҡыт башҡорт халыҡ ижадына, шул иҫәптән дини ауыҙ-тел ижады өлгөһө – мөнәжәт һәм нәсихәттәргә ҙур иғтибар бүленә башланы. Әле лә беҙ уларҙы яңынан тергеҙеү, халыҡҡа ҡайтарыу, уны йәш быуынға еткереү юлындабыҙ. Урмансы ауылында үткән Ғаилә йылына арналған мөнәжәт һәм нәсихәт байрамы быны асыҡ дәлилләй.
Районда тәүге тапҡыр үткәрелһә лә, байрам бешерелгән тәүге ҡоймаҡ һымаҡ төйөрлө булманы. Ә киреһенсә, үҙе янына ололарҙы ғына түгел, ә балаларҙы ла йыйҙы. “Етегән” халыҡ ансамбле етәксеһе, сараны ойоштороусы Сафуан Сәйетғәлиндың саҡырыуын, изге ниәтен хатта төньяҡ-көнсығыш фольклор коллективтары ла күтәреп алып, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөһөн сәхнәгә алып сыҡты.
Сараны Урмансы ауылы ағинәйҙәре асты. Улар өләсәй-әсәйҙәренән отоп алған мөнәжәттәрҙе һөйләп ишеттереп, иманлы, тәүфиҡлы, әҙәпле булырға, аҡыл тупларға саҡырҙы. Сафуан Лоҡман улы ла мөнәжәт әйтеп, Мифтахетдин Аҡмулланың нәсихәттәрен һөйләне. Сығышында ул өзләү алымын уңышлы ҡулланды. Люцирә Рамазанованың “Доға” шиғыры, Хәлиҙә Йәнмырҙинаның мөнәжәте, Миңлегөл Рамазанованың (һүрәттә) йыры һәм мәктәп уҡыу­сыларының сығышы матур булды.
Салауат һәм Ҡыйғы райондары араһында дуҫлыҡ күпере һалынған. Байрам барышында был күпер тағы ла нығыны. Ҡыйғы районы Ибрай һәм Иҫке Мөхәмәт ауылдарынан килгән фольклор коллективтары ла йырланы, бейене, мөнәжәттәр һәм нәсихәттәр әйтте.
Ташауыл ауылы баш ағинәйе Миндинур Шәйбәкова ла саранан ситтә ҡалмай, Ғаилә йылына арнап яҙған шиғырҙарын һәм мөнәжәттәрен һөйләп ишеттерҙе. Байрамды матур концерт номерҙары, шул иҫәптән Сәйет Сәйетғәлин йырҙары, “Етегән”дәр бейеүе биҙәне. Сафуан Лоҡман улы байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, уларға бүләктәр тапшырҙы. Лаҡлы ауылы биләмәһе хакимиәте эштәр идарасыһы Ира Сәйфуллина байрам менән ҡотлап, әүҙем сығыш яһаусыларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Райондың баш ағинәйе Светлана Кәримова һәм Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе. “Башҡортостан” гәзите һәм “Тамаша” журналының хәбәрсеһе Клара Хажиева урмансыларға фотоальбом тапшырып, ошонда байрамда төшөрөлгән фотоларын ҡуйып, башҡа ауылдарға эстафета итеп тапшырырға тәҡдим итте.
Киләсәктә был байрам-фестивалде ағинәйҙәр кимәлендә генә түгел, ә ҙурлап, район, хатта республика кимәлендә үткәрергә кәрәк. Халҡыбыҙ үҙ телен, ижадын белергә, мөнәжәт, нәсихәттәрҙә әйтелгән аҡыл йәштәр күңелендә йәшәргә тейеш.
Читайте нас: