Районыбыҙҙа республика кимәлендә уҙғарылған “Салауат йыйыны” фольклор байрамында йәки айырым үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып еңеүселәр Фларис Ғайсин, Искәндәр Миһранов, Сафуан Сәйетғәлин һәм Вәдиға Дәүләтшиналар бар ине.
2016 йылда Республика халыҡ ижады үҙәге тәҡдиме буйынса районыбыҙҙа “Сәсәндәр мәктәбе” асылды. Уның етәксеһе итеп Фларис Ғайсин тәғәйенләнде. Быға йәнә Әлтәф Ғәйфуллин, Фәриҙә Йомаҙилова, Гөлнур Мөхәмәтшина, Мәҡсүҙә Сәйфетдиновалар ҡушылды. Сәсәндәр ижады ҡатмарлы күренеш. Уларға ҡобайырҙар, бәйеттәр ижад итеп, яттан уҡыу ғына түгел, сәсәндәр әйтеше бәйгеһендә лә ҡатнашырға кәрәк. Ә был уларҙан тапҡыр һүҙ, боронғо сәсәндәр ижадын яҡшы белеү талап итә. Отҡор сәсәндәр башҡортобоҙҙоң “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” йәки башҡа эпостары менән дә таныш булырға тейеш, телмәрҙә әйтемдәр, мәҡәлдәр ҡулланыу мотлаҡ.
Урмансынан Сафуан сәсән ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, думбырала сиртә, мөнәжәт һәм ҡобайыр ижад итә, Әлкәнән Вәдиға сәсәниә ҡобайырҙарын һамаҡлап-йырлап ишеттерә. Малаяҙҙан Фларис сәсәндең иһә хәҙерге ваҡытта 15 ҡобайыры бар. Шуларҙың һуңғы ике йыл эсендә ҙур күләмле “Урал батыр аманаты”, “Рәми ялҡыны” һәм яҡташыбыҙ Айҙар Байыҡ сәсәнгә арналған “Байыҡ” ҡобайыры иғтибарға лайыҡ. Әйтергә кәрәк, иң оло сәсәндәребеҙҙең береһе, Рәсәй, республика кимәлендә ҡатнашыусы Искәндәр Абрар улы ихтирамға лайыҡ. Атаҡлы ҡурайсы, йырсы, Байыҡ сәсәндең ижадын, тормош юлын өйрәнеп, мөнәжәттәрен, йырҙарын йырлап таратыусы Искәндәр сәсән республикабыҙҙың ғорурлығы ул. Һуңғы йылдарҙа уның “Уралҡайын да һөймәҫ ир булмаҫ”, “Бөркөтоя осорған бөркөттәр” исемле китаптары донъя күрҙе һәм сәсән тураһында бихисап мәҡәләләре баҫылды. Фларис сәсәндең “Алтын йыһанымдан моң алам”, “Башҡортостан ынйылары” (коллектив авторҙар), Гөлнур сәсәниәнең “Күңелемдең сихри моңдары”, Мәҡсүҙә сәсәниәнең “Һөйөп туймам тыуған яғымды”, Фәриҙә сәсәниәнең “Йөрәк менән һөйләшеү” исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Иң мөһиме шул: сәсәндәр мәктәбенә уҙған йылдарҙа Малаяҙ башҡорт гимназияһының уҡыусылары ла ҡушылды. Улар араһында шиғри күңелле балалар ҙа бар. Был йәһәттән уҡытыусылар Фәнүзә Гәрәева һәм Индира Ҡазиханованың әһәмиәте ҙур.
Күптән түгел “Сәсәндәр мәктәбе” коллективы үҙҙәренең ижад емештәре менән Республика халыҡ ижады үҙәге комиссияһы алдында һынау тотоп, “халыҡ” исемен яуланы. Коллективҡа ижади үрҙәр теләйбеҙ.