Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль 2018, 10:08

“Халыҡ” исеменә “Сәсәндәр мәктәбе” лә өҫтәлде

Республикала халыҡ ижады коллективтарының “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” VI республика фестивале старт алды. Был сара 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында үтәсәк Халыҡ-ара фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә, күп милләтле башҡорт ерендә халыҡ ижадын күтәреү, үҙешмәкәр сәнғәтте, һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын үҫтереү маҡсатында өс йылға бер тапҡыр үткәрелә.

Фестивалдә, театр коллективтарынан тыш, “халыҡ” исемен йөрөткән үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ҡатнаша. Уларҙың сығыштарын аттестация комиссияһы баһаланы.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән комиссияһы төньяҡ-көнсығыш райондары коллективтарының сығышын ҡараны. Тамашасылар һәм комиссия алдында беҙҙең райондың “Етегән” (Урмансы), “Мираҫ” (Лағыр), “Юлдаш”, “Илһам”, “Сударушка” (Малаяҙ) халыҡ ансамблдәре сығыш яһаны. Коллективтар “халыҡ” исемен яҡлау өсөн матур-матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр әҙерләгәйне. Шулай уҡ улар ҡумыҙ, ҡурай кеүек музыка ҡаралдарында оҫта уйнап күрһәтте.
Баһалама ағзалары алдында “Сәсәндәр мәктәбе” коллективы ла сығыш яһаны. Районыбыҙҙың мәшһүр сәсәндәре, һүҙ оҫталары Фларис Ғайсин, Әлтәф Ғәйфуллин, Сафуан Сәйетғәлин, Вәдиға Дәүләтшина, Фәриҙә Йомаҙилова, Мәҡсүҙә Сәйфетдинова, Гөлнур Мөхәмәтшина үҙҙәренең ижад өлгөләрен һөйләп ишеттерҙе. Шулай уҡ йәш сәсәндәр – гимназия уҡыусылары ( етәкселәре Ф. Й. Гәрәева менән И.Р. Ҡазиханова) сәсәндәр бәйгеһендә әүҙем ҡатнашып, һәләттәрен күрһәтте. Улар ҙа шулай уҡ “халыҡ” исеменә дәғүә итеүҙәрен белдерҙе. Комиссия ағзалары коллективтарға баһа биргәндә, яңы репертуарҙарҙың булыуын, башҡарыу оҫталығын, сәхнә мәҙәниәтен, музыка сифатын, костюмдарҙы ла иҫәпкә алды.
Фестиваль сиктәрендә “халыҡ” исемен йөрөткән үҙешмәкәр коллективтар юғары исемгә лайыҡ булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Бынан тыш, “Сәсәндәр мәктәбе” коллективы ла “халыҡ” исеменә лайыҡ булды.
Читайте нас: