Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль 2018, 10:36

Фәһемле сараны шиғырҙар биҙәне

Район ҡоролтайы, шағирҙар, ағинәйҙәр Яхъяла ултырыш уҙғарҙы

Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ағинәйҙәр, шағирҙар Яхъя ауылында уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән осрашыу уҙғарҙы.
Сараны район башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәли­ева асты. Районы­быҙҙың мәшһүр шағир­ҙары, ҡәләм оҫталары балаларҙы ижад донъяһына саҡырып, шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Гөлнур Мөхәмәтшина, Әлтәф Ғәйфуллин, Мәҡсүдә Сәйфетдинова, Вәдиға Дәүләтшина, Нурия Яруллина һәм Фәриҙә Йомаҙилова шиғырҙарын уҡыусылар таң ҡалып тыңланы. Яхъя мәктәбе уҡыусылары ла ҡунаҡтарға үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләне. Әлтәф Ғәйфуллин балаларҙың башланғыстарын хуплап, уларҙың һәр береһенә һәм мәктәп китапханаһына матур йөкмәткеле китаптар бүләк итте. Осрашыуға шулай уҡ быйыл 90 йәшен билдәләгән ауылдың хөрмәтле ағинәйе Мәликә Йомағужина ла саҡырылғайны. Һуғыш йылдарын күргән Мәликә апай тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡырҙы.Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, шиғри күңелле ветеран таҡмаҡтар, мөнәжәттәр әйтте, йырлап та күрһәтте. Райондың баш ағинәйе Светлана Васильева ағинәйҙәр ҡороноң эше, маҡсаты менән таныштырҙы. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алия Ишбулдина һәм Әлкә ауылы биләмәһенең баш ағинәйе Ләлә Кәримова иң изге теләктәрен еткерҙе. Малаяҙ ауылының баш ағинәйе, Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова геопарк тураһында һөйләп, Яхъя, Ишембай ауылдарының тарихи фотоларын күрһәтте.
Әйткәндәй, бындай фәһемле осрашыуҙар һуңғыһы түгел. Район ҡоролтайы, шағирҙар, ағинәйҙәр ҡатнашлығындағы ултырыштар төрлө ауыл биләмәләрендә дауам итәсәк.
Читайте нас: