Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2018, 09:55

Йырҙары – халыҡ күңелендә

Балалар сәнғәт мәктәбенә Феликс Әбдрәшитовтың исеме биреләсәк

Сығышы менән Ҡалмаҡтар ауы­лы­нан булған арҙаҡ­лы яҡ­ташы­быҙ, компо­зитор Феликс Ғәни улы Әбдрә­шитовтың хәтер кисәһе уның исемен мәң­ге­ләш­тереү маҡ­сатында үт­кәрелде. Өфөләге “Яҡташтар” йәмәғәт ойошмаһы вәкил­дәре һәм талантлы му­зы­кант­тың ижад­таш дуҫ­тары, рес­публи­ка­ның бил­дәле ар­тис­тары беҙгә ошон­дай изге ниәт менән кил­гәйне. Уларҙы район хаки­миәте башлығы урын­ба­ҫары Вла­дислав Килдейәров сәләмләне.
– Феликс Әбдрәшитов биш йыл буйына Малаяҙҙағы музыка мәктәбендә директор булып эшләне. Ошо осорҙа ул балаларҙың музыкаль белемен үҫтереүгә байтаҡ көсөн һалды, – тине “Салауат вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов. – Танылған композитор Феликс Ғәни улының исемен Малаяҙҙағы Балалар сәнғәт мәктәбенә биреү тәҡдиме менән ҡайттыҡ. Беҙҙең Салауат районы “Яҡташтар” ойошмаһының был тәҡдиме хуплау табырына ышанабыҙ.
Күренекле яҡташыбыҙҙың дуҫтары, хеҙмәттәштәре – БАССР-ҙың халыҡ артисы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова, БР-ҙың халыҡ, атҡаҙанған артисы Вәхит Хызыров һәм башҡа билдәле йырсы-музыканттар Рәмил, Гүзәл Хәзиевтар, Халит, Лилиә Фәтиховтар, яҡташыбыҙ Зәлиә Зиннәтуллина ла сығыш яһаны. Уларҙың һәр кеме үҙҙәренең яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, Феликс Әбдрәшитов яҙған йырҙарҙы тамашасыға бүләк итте. Бер туған апаһы Люциә һәм ҡыҙы Айгөл уның иҫтәлегенә шулай ҙурлап хәтер кисәһе уҙғарыуҙарына рәхмәтен белдерҙе.
Бөгөн бик күп йырсыларҙың репертуарында яңғыраған ижады, йырҙары халыҡ күңелендә һаҡлана. Ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, Феликс Әбдрәшитов башҡорт милли музыка сәнғәтенә тос өлөш индергән ҙур шәхес ул. Был иһә Салауат районы таланттарға бай икәнен тағы бер ҡат иҫбатлай. Шундай арҙаҡлы яҡташтар тураһында тарихты йәш быуынға еткерергә, исемдәрен мәңгеләштерергә, улар менән беҙгә ғорурланырға кәрәк.
Айҙар Ноғаманов.
Читайте нас: