

Людмила Нур ҡыҙы минең өсөн тик һоҡланғыс хеҙмәттәш кенә түгел, ә күп йыллыҡ тоғро дуҫым, бергә эшләгән хөрмәтле коллегам һәм ғаиләбеҙҙең иң яҡын, ҡәҙерле кешеһе. Уның менән тормош уртаҡлығыбыҙ, йылы дуҫлығыбыҙ һәм һөнәри эшмәкәрлегебеҙ йылдар дауамында һыналып, оло хөрмәткә нигеҙләнгән.
Людмила Тәҡиеваның педагогик эшмәкәрлеге ҙур һоҡланыу уята: ул балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә тотош 42 йыл ғүмерен бағышлаған! Ошо йылдар эсендә уның ҡул аҫтынан йөҙләгән уҡыусы ҡанат нығытып сыҡты. Тәжрибәле уҡытыусы һәр дәрескә, һәр үткәрелгән сараға оло ижади ҡараш менән баға торғайны. Үҙ эшмәкәрлегендә балаларҙы уҡытыуҙың ғәҙәти булмаған алымдарын һәм яңы методикаһын уңышлы ҡулланды. Уның ҡатмарлы темаларҙы ла заманса, үҙенсәлекле уйын формаһында, ижади алымдар аша балаларға ябай һәм ҡыҙыҡлы итеп аңлата белеүе уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү уятты.
Фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Людмила Нур ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Был юғары награда уның һөнәри талантының һәм мәғариф өлкәһенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөнөң сағыу дәлиле булып тора.
Башланғыс класс балалары өсөн уҡытыусы икенсе әсәй кеүек. Людмила Тәҡиева сабырлығы, һәр саҡ йылмайып торған яҡты йөҙө менән ата-әсәләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы араһында тәрән абруй ҡаҙанды. Сөнки ул тик белем генә биреп ҡалманы, ә йәш быуынды тормошта ысын кеше булырға өйрәтте. Йылдар уҙһа ла, уның уҡыусылары тәүге остаздарын онотмай, рәхмәт һүҙҙәре менән телгә ала, хөрмәт итеп килеп йөрөйҙәр, осрашып торалар.
Людмила Нур ҡыҙы тормошта ла өлгө алырлыҡ гүзәл ҡатын-ҡыҙ, өлгөлө хужабикә. Бөгөн ул һөйөклө тормош иптәше Ишморат Миндеғәли улы менән бергә иңгә-иң терәшеп, татыу ғүмер итә. Улар ҙур, күркәм йорт һалып сыҡҡан. Был йорт йәй айҙарында гөл-сәскәләргә күмелә, тирә-яҡҡа күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡ сәсә. Егәрле ғаилә күпләп мал-тыуар аҫрап, оло хужалыҡ тотоп, тырышып донъя көтә.
Людмила Нур ҡыҙы менән Ишморат Миндеғәли улы ифрат ҡунаҡсыл, киң күңелле хужалар. Уларҙың нурлы йорто туғандар, яҡындар өсөн һәр саҡ асыҡ. Был өй һәр кемгә үҙенең йылыһын, һый-хөрмәтен һәм ихласлығын бүләк итә.
Людмила Нур ҡыҙы үҙенең яҡшы сифаттарын балаларына ла тапшырған – уның улдары хеҙмәт һөйөүсән, эшһөйәр булып үҫкән. Өлкән улы Дим бөгөн “Янғантау” шифаханаһында уңышлы эшләп йөрөй. Улы һәм килене Татьяна уларға ике ейән бүләк итте. Ә кесе улы Батыр – Өфө ҡалаһында иҡтисадсы. Бөгөн Тәҡиевтар балаларының уңыштарына ҡыуанып, ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтендә оло һөйөү менән йәшәйҙәр.
Был күркәм юбилей көнөндә яҡын дуҫым, хөрмәтле хеҙмәттәшем Людмила Нур ҡыҙына мең-мең рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙе 65 йәшлек оло ғүмер байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон һәм бәхетле ғүмер, бөтмәҫ күңел йәшлеге теләйбеҙ! Ишморат Миндеғәли улы менән артабан да мөхәббәттә, татыулыҡта, үҙегеҙ төҙөгән сәскәле, бәрәкәтле һәм ҡунаҡсыл ҙур йортоғоҙҙоң ҡото булып, балаларығыҙ, туғандарығыҙ ҡыуанысында оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Беҙҙең йылы дуҫлығыбыҙ артабан да дауам итһен. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!
Эльза АБРАРОВА,
Малаяҙ башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы.