Мәғариф
24 Августа , 12:00

Әсәйебеҙ – беҙҙең терәгебеҙ

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәртнәйебеҙ Роза Ҡасим ҡыҙы Байтуллина ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. 51 йыл педагогик стажға эйә булған, юғары категориялы, абруйлы уҡытыусы ул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәйебеҙ – беҙҙең терәгебеҙӘсәйебеҙ – беҙҙең терәгебеҙ
Әсәйебеҙ – беҙҙең терәгебеҙ

Әсәйебеҙ 1956 йылдың 1 сентябрендә Шәрәк ауылында тыуа. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Башҡорт Илсекәйе мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Шунда ғүмерлек мөхәббәтен, атайыбыҙ Разит Рафаэль улын осрата. Улар ғүмере буйы матур ғаилә булып ғүмер иттеләр. Әсәйебеҙ һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар башланғыс кластарҙа уҡыта, Лаҡлы мәктәбе директоры урынбаҫары булып та эшләй. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы министрлығы Почет грамотаһы, “БР-ҙың мәғариф алдынғыһы” һәм “Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре” исемдәре, район Хакимиәтенең, район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Атайыбыҙ Разит Рафаэль улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, барыһына ла юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ ҡаты ауырыуҙан һуң гүр эйәһе булды, урыны ожмахта булһын, әсәйебеҙҙең юбилейын күрә алманы.
Әсәйебеҙ бөгөн тыуған йорттоң йылыһын, ҡотон, наҙын ебәрмәй донъя көтә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Лаҡлы мәктәбендә уҡыусыларға белем биреүҙе дауам итә. Ул беҙгә төплө терәк-таяныс, аҡыллы кәңәштәрен биреп, беҙҙе дәртләндереп тора.
Матур айҙа донъяға килгәнһең, атай-әсәйеңде шатландырып, изгелекле, тырыш бала булып үҫкәнһең. Белем тауҙарын яулап, йәш быуынға белем биреп, үҙ фәнеңә һөйөү тәрбиәләп, тәжрибәле уҡытыусы булып, ҙур абруй, хөрмәт, халыҡ ихтирамын яуланың. Күп уҡыусыларың – хеҙмәтең емештәре һинең һуҡмағыңдан киттеләр.
Һин изгелекле, ярҙамсыл, кешелекле, күркәм холоҡло, уңған хужабикә, һөйөклө әсәй, яратҡан өләсәй ҙә. Сабыр, аҡыллы, тәрән фекерле булыуың менән һин донъяның нуры, ҡото, терәге булып, йәм биреп йәшәйһең. Йортобоҙҙоң утын һүндермәй, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын, изгелеген күреп, һау-сәләмәт булып, балалар, дуҫтар, туғандар ихтирамында бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.

Барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре исеменән Альбина ВАХИТОВА.
Малаяҙ ауылы.

Автор: