Мәғариф
27 Апреля , 11:33

Башҡортостанда 2026 йылда сығарылыш уҡыусыһына БДИ-ны нисек уңышлы тапшырырға

Максималь балл йыйыу өсөн имтихандарға нисек әҙерләнергә кәрәклеге хаҡында һөйләйбеҙ.

Башҡортостанда 2026 йылда сығарылыш уҡыусыһына БДИ-ны нисек уңышлы тапшырырғаБашҡортостанда 2026 йылда сығарылыш уҡыусыһына БДИ-ны нисек уңышлы тапшырырға
Башҡортостанда 2026 йылда сығарылыш уҡыусыһына БДИ-ны нисек уңышлы тапшырырға

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп осорона ай ярым ваҡыт ҡалды. Алда – май байрамдары, унан һуң – финиш һыҙығы. Төнгө сәғәт 2-лә конспекттар уҡып ултырған сығарылыш уҡыусыһы – ун беренсе класс уҡыусыһы булған һәр ғаиләгә таныш. Ләкин паникаға бирелергә ярамай. Тырышып уҡыуҙан тыш, уҡыусыларҙың эштәрҙе әҙерләүселәрҙән онлайн-консультацияларҙан алып психологик «ҡыҙыу линиялар»ға тиклем ярҙам инфраструктураһы бар.

Эштәрҙе әҙерләүселәрҙән өйрәнәбеҙ

Сығарылыш уҡыусыларының күбеһенең төп хатаһы – шикле сайттар буйынса әҙерләнеү йәки «дөрөҫ яуапты табыуға» ышаныу. 2026 йылда уҡыусыларҙың тәүге сығанаҡ менән файҙаланыу мөмкинлеге бар.

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Рособрнадзор) 22 апрелдән «Берҙәм дәүләт имтиханын 100-гә!» видеоконсультациялар серияһын башланы. Был блогтар түгел, ә предмет комиссиялары рәйестәренең рәсми тәҡдимдәре. Улар ҡатмарлы һорауҙарға нисек дөрөҫ яуап бирергә икәнен, эксперттарҙың иншаларҙы тикшергәндә нимәгә иғтибар итеүҙәрен аңлата, типик хаталарға нисек юл ҡуймаҫҡа өйрәтә.

Математиканан бер роликты 65 мең тапҡыр ҡарағандар. Был видеояҙманы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмдәрендә һәм Rutube каналында табырға мөмкин.

Быйылдан башлап «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә «Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек навигаторы» эшләй башланы. Был имтихандар тапшырырға әҙерләнгән уҡыусылар өсөн бушлай тренажер. Улар унда формат менән таныша, мәсьәләләр сисә, мөһим темаларҙы үҙләштерә һәм ҡабатлай, шулай уҡ видеоконсультациялар ҡарай ала.

Үҙ кешеләр

Видеоны ҡарауҙан тыш, туранан-тура һорау биреү өсөн уникаль мөмкинлек бар. Мәғариф министрлығы «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» порталы менән берлектә республиканың предмет комиссиялары рәйестәре менән тура эфирҙар серияһын үткәрә.

Эштәрҙе ошо эксперттар тикшерә. Улар Өфө гимназиялары һәм ауыл мәктәптәре уҡыусыларының типик хаталарын белә. Был консультацияларҙың яҙмалары һаҡлана, шуға күрә һуңлаһағыҙ ҙа, теләгән ваҡытта барыһын да яңынан ҡарарға мөмкин.

Башты әҙерләйбеҙ

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, БДИ алдынан ҡурҡыу тойғоһо йыш ҡына материалдың ҡатмарлы булыуы менән түгел, ә билдәһеҙлек һәм баҫым менән бәйле. Стереотиптарҙы бөтөрөү өсөн 25 апрелдә Өфөлә «Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» уҙҙы.

Ныҡ борсолған балалар өсөн консультация һәм психологик ярҙам үҙәктәре эшләй. Бынан тыш, Өфөлә «Индиго» үҙәгенең «ҡыҙыу линияһы» эшен дауам итә. Белгестәр уҡыусыларға имтихан алдынан стрестан ҡотолорға һәм мотивация табырға ярҙам итә.

Режим һәм ярҙам итеү

Әҙерлек сифаты туранан-тура режимға бәйле. Материалды ашыҡ-бошоҡ ҡабатлау йәки төнгө сәғәт 3-кә тиклем дәреслектәр өҫтөндә ултырыу – уңышһыҙлыҡҡа юл.

Эксперттар ата-әсәләргә көнкүреште ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алырға: ваҡытында ашатырға, йоҡларға һалырға һәм, иң мөһиме, катастрофизацияны бөтөрөргә кәңәш бирә. «Тапшырмаһаң – уҡырға инмәйһең» тигән һүҙҙәр хәлде ҡатмарлаштыра ғына. «Һин ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшләнең, ә БДИ – тағы ла бер мөһим этап» тиеү яҡшыраҡ.

БДИ – етди һынау, әммә бының менән донъя бөтмәй. Был мәсьәлә генә, уны сисеү юлы бар. Уны эҙләү өсөн һәр кемдең дә мөмкинлектәре бар.

БДИ-2026 тураһында нимә белергә кәрәк

Белемдән тыш, аныҡ эш планы мөһим. Ойоштороусыларҙан бер нисә лайфхак тәҡдим итәбеҙ.

Ваҡыты. Төп осор 1 июндә тарих, әҙәбиәт һәм химия буйынса имтихандарҙан башлана. Рус теленән имтиханды – 4 июндә, математиканан 8 июндә тапшыралар. Кесе йома, 11 июндә – йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика, 15 июндә – биология, география һәм сит телдәр (яҙма өлөшө), 18 һәм 19 июндә – информатика һәм сит телдәрҙән (һөйләү телмәре) һынау тоталар.

Һеҙҙеңсә килеп сыҡмаһа, ваҡытынан алда паникаға бирелергә ярамай. 22 июндән 25-нә тиклем – резерв көндәр, 8 һәм 9 июлдә имтиханды ҡабаттан тапшырырға мөмкин. Уҡыусының һайлауы буйынса бер фәнде яңынан яҙырға була. Был осраҡта беренсе һөҙөмтә ғәмәлдән сығарыла: ҡабаттан тапшырған осраҡта уҡыусы аҙыраҡ балл йыйһа ла, әлеге һөҙөмтә иҫәпкә алына.

Апелляция. Әгәр эште ғәҙел баһаламағандар тип иҫәпләһәгеҙ, апелляцияға биреү өсөн һөҙөмтәләр баҫылып сыҡҡандан алып ике эш көнө бар. Эксперттар иҫкәртә: комиссияның ҡарары ыңғай ҙа, кире лә булырға мөмкин, шуға күрә ныҡлы ышаныс һәм уҡытыусы менән кәңәшләшеп кенә бындай аҙымға барырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БДИ һөҙөмтәләре буйынса юғары балл алған уҡыусылар уҡырға ингәндә өҫтөнлөктәрҙән тыш, үҙҙәренең белемендә аҡса эшләй ала. 2021 йылдан Башҡортостанда 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия алыу хоҡуғына эйә, ләкин уҡырға инеү өсөн республика вуздарын һайларға кәрәк.

Премиялар һанын йыл һайын республиканың Мәғариф министрлығы билдәләй. Шул уҡ ваҡытта түләүҙәрҙең күләме бер сығарылыш уҡыусыһының йөҙ баллы һөҙөмтәләре һанына бәйле түгел.

Йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға ла 50 мең һум премия түләнә (күләме йөҙ балға яҙған уҡыусыларҙың һанына ҡарамай).

Нисек өҫтәмә балл алырға

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БДИ һөҙөмтәләренән һәм ҡабул итеү имтихандарынан тыш, абитуриенттар шәхси ҡаҙаныштары өсөн өҫтәмә балл алыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, Башҡортостанда уҡыуҙа, спортта йәки йәмәғәт тормошонда уңышҡа өлгәшкән өсөн «өҫтәмәләр» ҡаралған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа улар университетҡа ҡарап 5-10 балл бирә ала, тип һөйләне республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

«Алтын миҙалсыларға, олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына, ГТО билдәләрен алыусыларға һәм ирекмәндәргә өҫтәмә балл бирелә. Тулыраҡ мәғлүмәтте үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған юғары уҡыу йорттарының сайттарында алырға мөмкин», — тине Илдар Мәүлитбирҙин.

Танылыу һәм уңыш

БДИ-2025 һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан рекордлы һөҙөмтәләр күрһәтте. 159 имтихан эше иң юғары баһа алды. Биш сығарылыш уҡыусыһы бер үк ваҡытта – ике, ә бер уҡыусы өс фәндән 100 балл йыйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та бер нисә тапҡыр республика уҡыусыларының уңыштарын билдәләп үтте.

— Республикала бөтә күрһәткестәр ҙә арта – олимпиада, ғилми конкурс еңеүселәре һәм призёрҙары, БДИ һөҙөмтәләре буйынса йөҙ балға яҙыусылар. Шуға күрә ошо энергияны һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Яңы мәктәптәр төҙөрбөҙ һәм булғандарын ремонтларбыҙ. Уҡытыусыларға ярҙам итербеҙ һәм беҙҙең мәғариф системаһын үҫтерербеҙ,  — тине ул былтыр уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә.
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Әлфиә Әһлиуллина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас