

“Тотош илебеҙҙәге кеүек, беҙҙең республикабыҙҙа иң мөһим ҡиммәттәр, әлбиттә, кешеләр, Улар йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк. Шундай хөрмәтле өфөләрҙең береһе, минеңсә, Михаил Чванов. Ғәжәп яҙмышлы, тәрән зиһенле һәм киң аҡыллы кеше. Ул булмаһа, донъя Аксаковтың йорт-музейын, В. Альбанов исемендәге полярниктар музейын һәм башҡа күп нәмәләрҙе белмәҫ ине. Бына шулай, ул – Рәсәйҙең патриоты”, – тип яҙҙы Азат Шамил улы “Бәйләнештә” селтәрендәге яҙмаһында.
Ул башҡорт телен популярлаштырыу буйынса мәғрифәтселек акцияһы уҙғарылған көндә Михаил Чванов менән һуңғы осрашыуындағы уның һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөү урынлы булыуын әйтте.
“Михаил Чванов миңә Рәми Ғарипов аша таныш. Тап уның тураһында һөйләгәндәрҙән беҙҙең аралашыу башланды, – ти Азат Шамил улы. – Михаил Андреевич: “Рәми тураһында иҫтәлектәр яҙам, уның менән булған хәлдәрҙе иҫкә төшөрәм”, – тине. Рәми Ғариповтың иң яратҡан шағирҙарының береһе Сергей Есенин була. Уларҙың ижадын йыш ҡына сағыштыралар – юғары лирика өлгөһө”.
Сергей Есениндың Василий Наседкин тигән дуҫы булған. Ул – Өфө губернаһының Веровка ауылынан (хәҙер – Башҡортостандың Федоровка районы). Дуҫлыҡтары шул тиклем ныҡ булған, хатта Наседкин Есениндың һеңлеһе Екатеринаға өйләнгән. Есениндарҙың ғаилә риүәйәте буйынса, Сергей Есениндың “Письмо матери” тигән шиғыры Наседкин ижады йоғонтоһонда яҙылған.
Шуныһы мөһим: Екатерина Есенина Башҡортостанға йыш килгән, телдәр буйынса һәләтле булған, шул иҫәптән башҡорт телен дә үҙләштергән. 1976 йылда ул Михаил Чвановҡа башҡортса һөйләп күрһәткән. Михаил Андреевич үҙе былай тигән: “Мин Салауат районында үҫкән, башҡорт телен бала саҡтан ишетеп үҫкән кеше булараҡ, был телде уның кеүек үк белмәйем”.
Шул осрашыуҙа ул Сергей Есениндың китабын (ул саҡта үҙендә булған берҙән-бер китапты) үҙ автографы менән бүләк итә. Михаил Чванов был китапты Өфөгә алып ҡайтып, иң беренсе Рәми Ғариповҡа күрһәтә. Рәми сикһеҙ шатлана, китапты бер нисә көнгә һорап ала.
Михаил Чванов ошо автографлы китапты Азат Бадрановҡа ла күрһәтә.
“Ни тиклем ғәҙәти булмаған тарих. Уның бер ниндәй ҙә үҙенсәлеге юҡ кеүек тойола, әммә контексы – бөгөн юғары трибуналарҙан “төрлөлөктәге берҙәмлек” тип аталыуы, ни өсөн халыҡтың мәғрифәтселек акцияларында ҡатнашыуы, башҡорт теленән диктант һәм рус теленән “Тоталь диктант” яҙыуы, тарихи юлдың берҙәмлеге, Евразия рухы һәм илебеҙ халыҡтарының быуаттар буйына дуҫлығы хаҡында”, – тип йомғаҡланы һүҙен Азат Бадранов.
Фото: Азат Бадранов / “Бәйләнештә”.