Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март , 15:14

Уҡыусылар «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә һынау рәүешендә БДИ тапшыра ала

Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин менән кәңәшмәлә иғлан ителде.

Уҡыусылар «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә һынау рәүешендә БДИ тапшыра ала
Уҡыусылар «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә һынау рәүешендә БДИ тапшыра ала
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Рәсәй уҡыусыларының «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һынау рәүешендә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу, һөҙөмтәләрҙе ҡарау һәм кәрәк булған осраҡта апелляция биреү мөмкинлеге бар. Мәғариф министрлығы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләй. Был хаҡта Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

«Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә яңы сервистар өҫтөндә эште ойошторабыҙ. Мәҫәлән, һынау рәүешендә имтихан тапшырыу, БДИ тапшырыу өсөн ғариза биреү, һөҙөмтәләрҙе ҡарау һәм кәрәк булған осраҡта апелляция биреү мөмкинлеге», — тип Кравцовтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-03-05/shkolniki-smogut-sdat-probnyy-ege-na-gosuslugah-4602492

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Автор: "Башинформ"
Читайте нас