Республика етәкселегенең мәктәп туҡланыуы сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән эше яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Радий Хәбиров мәктәптәрҙе тикшереү, менюҙы яҡшыртыу өҫтөндә эшләү, аҙыҡ-түлек һайлап алыуҙы контролдә тотоу хаҡында йыш ҡына һөйләй, был теманы кәңәшмәләрҙә лә күтәрә.
Салауат районы мәктәптәрендә туҡланыу нисек ойошторолған? Ата-әсәләрҙең, балаларҙың фекере ниндәй? Малаяҙ башҡорт гимназияһының миҫалында ҡарайыҡ.
Күп балалы әсә Зөлфирә Алматова, гимназияла уның өс балаһы уҡый:
– Мин үҙем дә, гимназияла уҡыған балаларым да мәктәп туҡланыуынан ҡәнәғәтбеҙ. Бар ризыҡ талаптарға ярашлы бешерелә: сифатлы һәм тәмле. Блюдо төрлөләндереп бирелә.
Малаяҙ башҡорт гимназияһы ашханаһының баш ашнаҡсыһы Ольга Сергеева һөйләүенсә, мәктәп ашамлыҡтарына ҡуйылған бөтә талаптар, менюҙың бөтә стандарттары үтәлә. Ольга Николаевна
бында шеф-ашнаҡсы булып 20 йылдан ашыу эшләй. Хеҙмәт юлын ул 1988 йылда Салауат РайПО-һы ашханаһында ашнаҡсы булып башлай. 2001 йылдан мәктәп ашханаһына күсә. Ул күп йылдар гимназияның аҙыҡ-түлек блогы коллективына етәкселек итә. 2018 йылда “Милли ризыҡтар” район конкурсында Гран-при яулай. БР Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Быйыл уға “Рәсәй Федерацияһының Почетлы сауҙа хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
7-се класс уҡыусыһы Лира Мөхәмәтйәнова гимназия ашханаһында бөгөнгө ризыҡтың бик тәмле, бигерәк тә бутҡа, салат һәм кәтлиттең телде йоторлоҡ булыуын әйтте.
Бөгөн фермер продукттарына баҫым яһала, күп кимәлле контроль системаһы булдырылған, ә мәктәп туҡланыуын ойоштороу менән лицензияһы булған етди ойошма шөғөлләнә. Салауат районында уҡыусыларҙың туҡланыуын “Салауат” туҡланыу комбинаты ойоштора.
Комбинат технологы Линда Әхмәтйәнова һөйләүенсә, Салауат районында мәктәп ашханаларында 99 кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр махсус кейем менән тәьмин ителә, йыл һайын бушлай медицина тикшереүе үтә, ойошма һәм профсоюз көсө менән ашнаҡсылар, аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәренә квалификацияһын күтәреү өсөн курстар ойошторола. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн төрлө саралар үткәрелә. Мәҫәлән, августа Ашнаҡсылар көнөнә йыйылыш уҙғарып, унда иң яҡшыларға грамоталар тапшырылған, аҡсалата дәртләндерелгәндәр.
Әлбиттә, бөтә проблемаларҙы ла бер юлы хәл итеп булмай. Ҡайһы берҙә субъектив сәбәп тә булыуы ихтимал, персонал һайлауға бәйле ҡыйынлыҡтар ҙа бар, бәғзе мәктәп ашханаларында ризыҡты һалҡын килеш йә балалар яратмағанын бирәләр. Әммә, иң мөһиме, балаларҙы сифатлы ризыҡ менән тәьмин итеү буйынса даими эш алып барыла, бөтә етешһеҙлектәр оператив рәүештә бөтөрөлә. Республика етәксеһе башланғысы менән башланғыс класс уҡыусылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары бушлай туҡлана.
Мәктәп рационын формалаштырыуҙа төп өҫтөнлөк – аҙыҡтың тәбиғи булыуын тәьмин итеү. Белгестәр көндәлек менюҙың төрлөлөгө һәм баланслылығы принциптарын үтәүгә айырыуса иғтибар бүлә, сөнки сифатлы туҡланыу уҡыусыларҙың физик торошона һәм дөйөм кәйефенә, яҡшы белем алыуына туранан-тура йоғонто яһай.