Ошо күркәм йәшкә еткән остазыбыҙҙың хеҙмәт стажы ғына 56 йыл, шуның ярты быуаттан ашыуы мәғарифҡа бағышланған, 32 йылын Лаҡлы, Малаяҙ мәктәптәре директоры булған. Үҙ һөнәренә бындай тоғролоҡ, фиҙаҡәр хеҙмәт бик һирәк осрай.
Һеҙҙең иғтибарға педагогик һәм матбуғат ветераны Рәйлә Латипованың Фларид Баймөхәмәтов менән әңгәмәһен тәҡдим итәбеҙ.
– Фларид Фәрит улы, күркәм юбилейға килеп еткәс, тормош юлығыҙға байҡау яһап, ниндәйҙер һығымталар яһағанһығыҙҙыр? Башҡарған эштәрегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Хыялдарығыҙ тормошҡа аштымы?
– Эйе, мин дә Мостай Кәрим кеүек “Был тормошта бар нәмәнән уңдым”, тип әйтә алам. Уңдым хатта тыуған йылымдан, Еңеү яулаған 1945 йылда Лаҡлы ауылында тыуғанмын. Ул йылда еңеүсе һалдаттарыбыҙ һуғыштан ҡайтып, барыһы ла тыуған илебеҙҙе тергеҙеүгә тотондо. Атайыбыҙ Фәрит Закир улы ла яраланып, 1944 йылда иҫән ҡайтып шатландырҙы. Атайыма, әсәйем Мөслимә Әғзәм ҡыҙына яҡшы тәрбиә биреп, эшһөйәрлеккә, яуаплылыҡҡа, кешеләргә изгелекле булырға өйрәткәндәре өсөн бик рәхмәтлемен.
Шулай уҡ рәхмәтлемен Лаҡлы һәм Малаяҙ мәктәптәре коллективтарына, бергә дәррәү эшләп, улар менән маҡсаттарыма ирешә алғаныма.
– Һәр шәхес башҡарған эштәре менән хәтерҙә ҡала. Етәксе булараҡ, Лаҡлы, Малаяҙ мәктәптәрендә ниндәй яңылыҡтар индерҙегеҙ?
– Етмешенсе йылдарҙа мәктәптәрҙең матди яғы бик үҫешмәгән ине. Шуға ла Лаҡлыла директор итеп ҡуйғас, иң тәүҙә мәктәпкә һыу индереүҙән башланым, ул ваҡытта мәктәп ҡаҙанлығына һыуҙы ат менән ташыйҙар ине. Һыу булғас, балаларға ашханала туҡланыу ойошторҙоҡ, мәктәп яны участкаһын, спорт майҙансығын булдырҙыҡ. Дөйөм эштәр мәктәп коллективын да берләштерҙе. Кабинет системаһын булдырғас, уҡытыу кимәле лә күтәрелде.
Малаяҙ урта мәктәбендә тәүҙә директор урынбаҫары булдым. Коллективта көслө уҡытыусылар күп ине. Уларҙың дәрестәренә йөрөп, тәжрибәләрен өйрәнеп, улар өлгөһөндә йәштәрҙе өйрәттек.
Уҡытыусы ғүмере буйы уҡый, белемен камиллаштыра. Мәскәүҙә етәкселәр курсындағы лекцияларҙан һуң. мәктәпте заманса үҙгәртеү, яңы алымдар менән эшләүсе гимназия асыу уйы башҡа килде һәм ошо маҡсатымды тормошҡа ашырыу өҫтөндә эш башланым. Мәктәп коллективы, мәғариф бүлеге, район хакимиәте ярҙамында 1990-сы ауыр йылдарҙа был эштең осона ла барып сыҡтыҡ.
Был идеяны тормошҡа ашырыуҙа арҙаҡлы шәхестәребеҙ, Малаяҙ урта мәктәбен тамамлаусы Энгельс Ҡолмөхәмәтов менән Юрик Шәриповтың ярҙамы ҙур булды. Башта гимназия кластарын булдырҙыҡ, һуңынан бинаһын төҙөнөк. Ул ваҡытта балалар күп ине, 2 сменала уҡыттыҡ. Кластан тыш эштәр өсөн урын да, ваҡыт та булманы. Шуға ла яңы бина һалып, төньяҡ-көнсығышта тәүге инновацион гимназия асыу – ҙур ваҡиға булды, минең хыялым тормошҡа ашты.
– Уҡытыусылар төп эше менән бер рәттән йәмәғәт эшенә лә йәлеп ителде. Һеҙ ҙә был эштән ситтә ҡалмағанһығыҙҙыр?
– Әлбиттә, халыҡ-ара лектор, агитатор, депутат, кәрәк саҡта әртис булырға ла тура килде. Аныҡлап әйткәндә, Лаҡлы, Малаяҙ ауыл советтарында (1975-1989 йй.) Салауат район Советында (1987 – 2005 йй.) депутат булдым. Ун йылда мәктәп уҡытыусылары коллективы менән берлектә хужалыҡ ысулы менән уҡытыусылар өсөн 11 фатир төҙөнөк.
– Эшең уңышлы барһын өсөн һинең ныҡлы тылың, һине яҡшы аңлаған хәләл ефетең булырға тейеш...
– Был яҡтан да уңдым. Ғаиләң – ҡәлғәң булмаһа, уңыштарға өлгәшеп булмай. Ир бәхете ҡатындан тиҙәр, ғүмерлек тормош юлдашым Лилиә Мөхип ҡыҙы, үҙе лә уҡытыусы булғанғалыр, мине ярты һүҙҙән аңланы. Тырышып эшләп, башланғыс кластарҙа балаларҙы үҫтереүсе Эльконин-Давыдов методикаһын индереүгә ҙур булышлыҡ күрһәтеп, уҡытыу сифатын арттырыуға ҙур өлөш индерҙе ул. Быға ла рәхмәтлемен уға.
Балаларыбыҙ, 8 ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, бүлә-бүләсәребеҙ – беҙҙең шатлыҡ та, таяныс та, илһам сығанағы ла.
– Һәр кеше бәхет өсөн тыуа. Һеҙ бәхетлеме?
– Минең фатир тәҙрәһенән Малаяҙ мәктәбе һәм башҡорт гимназияһы биналары күренеп тора. Һәр иртә тәҙрә аша мәктәпкә ашығыусы уҡысыларҙы ҡарарға яратам. Балалар бер сменала, бар уңайлыҡтары булдырылған заманса мәктәптәрҙә, төплө белемле, алдынғы уҡытыусыларҙан белем алырға барыуын күрәм дә, минең дә быға ҙур өлөшөм, күп йылдар хеҙмәтем ингән тигән уйҙан күңелемә шатлыҡ тула. Шунан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме?
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Бар ветеран уҡытыусылар исеменән күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлап, бәхет-шатлыҡта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Артабан да ҡәҙер-хөрмәттә ныҡлы һаулыҡ менән ғүмер йомғағын парлап һүтегеҙ!