

Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарынан 250 педагог ҡатнашты, тип хәбәр ителә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның рәсми сайтында.
Салауат районынан слетҡа Мөрсәлим һәм Яхъя мәктәптәренең география уҡытыусылары Нәсимә Әхмәҙиева һәм Әлиә Хужина барҙы. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Салауат Сәғитов сығыш яһаны.
Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, республика географтарының беренсе слеты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың идеяһы менән үткәрелде. Республика етәксеһе һәр ваҡыт мәғариф өлкәһенә ҙур иғтибар бүлә.
Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов:
“2025 йыл Рус география йәмғиәте өсөн юбилейлы йыл, ул тыуған яҡҡа һөйөү, Ватандың тарихы һәм бай тәбиғәте өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашыра. Әммә тәбиғәткә, ергә һөйөү география уҡытыусыларынан башлана. Һеҙгә фәнгә һәм педагогикаға хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм!” – тине сәләмләү һүҙендә.
Салауат Сәғитов “Иң яҡшы география кабинеты” конкурсы еңеүселәрен бүләкләне.
“Патриот” паркы буйлап экскурсия программаһынан һуң слетта ҡатнашыусыларға белем биреү программаһы тәҡдим ителде. Шулай уҡ улар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Фото: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ сайты.