Мәғариф
8 Май 2025, 11:04

Салауат районы вәкилдәре Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезына бара

12-13 майҙа Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы үтә. Унда Башҡортостандан, илдең башҡа төбәктәренән бөтәһе 650 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.

Салауат районы вәкилдәре Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезына бараСалауат районы вәкилдәре Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезына бара
Салауат районы вәкилдәре Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезына бара

Салауат районынан съезға мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова, мәғариф бүлегенең муниципаль методик хеҙмәте мөдире Люция Ғабдрахманова, Сафуан Әлибаев исемендәге Тирмән урта мәктәбе директоры Лариса Мөхәмәтова, район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Индира Ҡазиханова (Малаяҙ башҡорт гимназияһы), Айгөл Нотфуллина (Янғантау урта мәктәбе), Динара Шәмсетдинова (Әлкә урта мәктәбе) бара. Делегаттар оло ҡор алдынан үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.   

Салауат районы мәғариф бүлегенең муниципаль методик хеҙмәте мөдире, туған телдәр буйынса куратор Люциә ҒАБДРАХМАНОВА:

– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе ҙур съезы 2019 йылда үткәйне. Унда туған телде уҡытыу һәм уны өйрәнеү буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Икенсе съезға ла ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу сәғәттәре һаҡланыр, яңы дәреслектәр сығыр, балаларға телде өйрәтеүҙә ата-әсәләр менән эш көсәйтелер, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусыларына БДИ һәм Төп дәүләт имтихандарын төбәк компоненты фәндәренән тапшырыу өсөн әҙерлек материалдарының варианттарын (демо-версияларын) арттырыу мөһим. Балалар баҡсаларында сараларҙы туған телдә аралаштырып үткәреү тәҡдим ителгәйне, уның үтәлеше мәсьәләһе лә ҡаралһын ине.       

Малаяҙ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Индира ҠАЗИХАНОВА:

– Бөгөн башҡорт теле һаҡлауға мохтаж. Сөнки үҙ милләттәштәребеҙҙең дә балаларын туған телдә уҡытыуҙы һайламауы аяныслы күренеш. Әлбиттә, башҡорт телен уҡытыу дәреслектәрен камиллаштырыу талап ителә, баланың телмәрен үҫтереү өсөн улар еңел булырға тейеш. Ғөмүмән, хәҙерге заман балаларына туған телде уҡытыу методикаһын үҙгәртеү кәрәктер, тигән фекерҙәмен. 

Сабый балалар баҡсаһында уҡ туған телен өйрәнергә тейеш. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт төркөмдәре бар ул, әммә уларҙа туған телде өйрәтеүгә күберәк ваҡыт бүленһен ине. Балаларҙың барыһының да беренсе класҡа үҙ телен белмәй килеүе борсой. Был, әлбиттә, ғаиләнән дә киләТағы ла мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре сәғәттәре ҡыҫҡартылмаһын ине. Буласаҡ съезда ошо проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралыр, тип уйлайым. 

Фото: Салауат районы мәғариф бүлеге.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас